Ҡурай еләген боҙолғандарынан, япраҡ-һабаҡтарынан таҙартҡас, һытмаҫҡа тырышып, әҙер шәкәр сиробы һалырға. Бының өсөн еләктәрҙе сиропҡа аҙ-аҙлап һәм тиҙ һалалар. Был эште тамамлағас, кәстрүлде ут өҫтөнән алып, еләктәр сиропҡа батһын, тигеҙ таралһын өсөн еңелсә һелкетергә лә ҡабаттан ут өҫтөнә ҡуйырға. 10-15 минуттан өҫтөнә күбек сыға башлай, уны һаҡ ҡына тишекле сүмес менән йыйып тороғоҙ. Күбеге ҡалһа, һаҡлаған осраҡта ҡайнатманы бик тиҙ әсетә. Көймәһен һәм көслөрәк ҡайнаһын өсөн, уны ара-тирә ҡалаҡ менән болғатҡылап торорға кәрәк.
Күбек сыҡмай башлағас, ҡайнатма әҙер тип һанала.
Ҡайнауы еткәне былай асыҡлана: сынаяҡ аҫтына тамыҙылған сироп тамсыһы һыуынғанда йәйелеп китмәһә, формаһы һаҡланһа, ҡайнатманы ут өҫтөнән алырға мөмкин. Ут өҫтөндә кәрәгенән артыҡ тоторға ярамай, сөнки еләктәр ныҡ бешеп төҫтәрен юғалта, ә сироп ҡуйыра.
Ҡайнатма әҙерләүҙең икенсе, тағы ла ябайыраҡ ысулы бар. Һауытҡа 1-2 сантиметр ҡалынлыҡта шәкәр ҡомо һалырға ла өҫтөнә әҙерләнгән еләктәрҙе теҙеп (бер ҡат еләк, бер ҡат шәкәр ҡомо, шулай дауам итә), 10-12 сәғәткә һалҡын урынға ҡуйырға. Еләктең һыуы сығып шәкәр ирегәс, ҡайнатманы уртаса ҡыҙыулыҡтағы утта ҡайнатырға. Болғатмаҫҡа, бары тик күбеген генә йыйып торорға кәрәк. Ҡайнауы еткәне алда әйтеп үтелгән ысул буйынса асыҡлана.
1 килограмм еләккә 1 килограмм шәкәр ҡомо алына.