Ҡайнатма оҙон ҡышҡа етерлек булһын19.07.2013
Ҡайнатманы төрлө еләк-емештән әҙерләргә мөмкин. Уның өсөн еләк бешеп өлгөргән, яңы йыйылған (бигерәк тә иртәнсәк өҙөлгәндәре яҡшыраҡ), бер төрлө эрелектә булырға тейеш. Ҡайнатыр алдынан боҙолғандарынан, сүп-сарҙан таҙартырға, йыуырға кәрәк. Эште башлағанға тиклем үк һауыт хәстәрләү яҡшы (артыҡ тәрән булмаған ҡалын төплөһө һәйбәт).
Ҡайнатманы, ғәҙәттә, еҙ йәки эмалле кәстрүлдә ҡайнаталар. Күбеген йыйып тороу өсөн тишекле сүмес йәки ағас ҡалаҡ кәрәк. Тултырыу өсөн алдан уҡ ҡалай ҡапҡаслы төрлө ҙурлыҡтағы быяла банкалар әҙерләп ҡуйығыҙ. Улар булмаһа, полиэтилен ҡапҡастар ҡулланырға ла мөмкин.
Уртаса ҡыҙыулыҡтағы утта ҡайнатыу һәйбәт. Ҡайнатыу ваҡыты ни тиклем ҡыҫҡараҡ, ҡайнатма шул ҡәҙәр тәмлерәк һәм хуш еҫлерәк була. Ҡайнауы етәрәк, утты һүндерһәң дә ярай.
Нигеҙҙә, варенье ҡайнатыу шәкәр сиробы әҙерләүҙән башлана. Шәкәргә һыу һалып иреп бөткәнсе ҡайнатырға кәрәк. Сироп таҙа һәм үтә күренмәле булырға тейеш. Әҙер сиропҡа еләк йәки емеш һалып тағы утҡа ҡуйырға, барлыҡҡа килгән күбеген әленән-әле йыйып торорға кәрәк. Уны артыҡ оҙаҡ ҡайнатырға ярамай, сөнки һаҡлағанда шәкәрләнәсәк.
Әҙер ҡайнатманы, һыуынғас, банкаларға тултырырға ла, ҡапҡастарын тығыҙ итеп ябып, һалҡынса, ҡараңғы урында һаҡларға.