Бәшмәкселәр өсөн19.07.2013
Урманға юлланыр алдынан мотлаҡ белергә тейешле бер нисә ҡағиҙәне иҫкә төшөрәйек.
Күпләп бәшмәк үҫә торған ваҡыт — август уртаһынан алып сентябрь уртаһына тиклемге ара. Иртә таңдан алып сәғәт 10-11-гә тиклем йыйыу — иң яҡшыһы.
Бәшмәккә барғанда кәрзин алыу һәйбәт. Һары бәшмәк менән опятаны тоҡсайға һалһаң да була. Пластмасса һәм тимер биҙрәләрҙә бәшмәк насар һаҡлана.
Иҫке, бигерәк тә торба кеүектәрен алырға ярамай, сөнки кискә тиклем улар "бутҡаға" әүереләсәк. Үҙегеҙ яҡшы белгәндәрен генә өҙөгөҙ. Зарарланғандарын, артыҡ ҙур булып үҫкәндәрен, автомобиль юлы буйында, химик комбинаттарға, ашланған ауыл хужалығы ерҙәренә яҡын урындарҙа йыймағыҙ.
Ағыулы бәшмәктәрҙе ҡулығыҙға алмағыҙ. Был ҡағиҙә айырыуса балалар өсөн мөһим.
Әгәр урманда саҡта йәшен йәшнәй башлаһа, бейек ағастар, бағаналар, бесән өйөмдәре, металдан эшләнгән ҡоролмалар һәм электр линиялары эргәһенә яҡын килмәгеҙ. Имән, тирәк, шыршы һәм ҡарағайҙың да йәшенде тартыуын онотмағыҙ. Ә бына ҡайын, саған хәүефһеҙ ағастарҙан һанала.