Диетологтар тәҡдим итә19.07.2013
Диетологтар тәҡдим итәЧерешня (эре сейә) — файҙалы матдәләр келәте. Ул сәләмәт кешеләргә лә, төрлө сирҙән яфаланыусыларға ла берҙәй үк кәрәкле. Черешняны күпме теләйһең, шул ҡәҙәр, хатта килограмлап ашарға була. Әммә уны көнөнә 300-әр грамлап ҡына ҡулланырға тәҡдим итәләр. Ашығып, ҡабаланып түгел, ә яй ғына ашарға кәрәк, сөнки эс күбеүе ихтимал.
Һатып алған черешняны ағып торған һыуҙа һәйбәтләп йыуыу мотлаҡ. Белгестәр ундағы пестицидтарҙы сығарыуҙың ошондай юлын тәҡдим итә: ҙур булмаған тастағы һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ төшөрөргә лә емеште шунда бер сәғәткә һалып тоторға.
Ошоларға иғтибар итегеҙ: ул ҡоро, тығыҙ һәм тышы ялтырап торорға тейеш. Киҫелгән, иҙелгән урындары булһа, тиҙ серейәсәк. Тимәк, ул саманан тыш өлгөргән тигән һүҙ. Тотоп ҡарағанда уҡ уның ҡасаныраҡ йыйылыуын тоҫмаллап була. Еләктең өҫкө яғының тығыҙ булыуы кәрәк. Еҫкәп ҡарарға ла тартынмағыҙ — әсегән еҫ уның күптән ятыуы хаҡында белдерә.
Черешняның төҫөнә ҡарап та файҙалы матдәләрҙең күпмелеген белергә мөмкин. Ҡара-ҡыҙғылтыраҡ булған һайын, ул шәкәргә, органик кислоталарға байыраҡ.


Вернуться назад