Ҡосағығыҙ еткәнсе ҡосоғоҙ, һөйәлегеҙ19.07.2013
Ҡосағығыҙ еткәнсе ҡосоғоҙ, һөйәлегеҙЭлек-электән ағастарҙың кешегә ыңғай тәьҫир итеүе, шифалы үҙенсәлеге хаҡында билдәле булған. Ағас һауыҡтырыу менән бергә энергия ла өҫтәй.

ХХ быуатта медицинала яңы йүнәлеш — дендротерапия барлыҡҡа килде. Ғалимдар ағастарҙың электр-магнитлы импульс таратыу һәләтенә эйә булыуын асыҡлаған.
Тик бына һауыҡтырыусы импульстарҙың тәьҫир итеү радиусы сикләнгән. Кеше ағасты уратып ҡосаҡлай йәки уға һөйәлә икән, сәләмәтләндереү һөҙөмтәһе юғарыраҡ.
Ағастарҙың ыңғай энергияһы, йәғни ғалимдар фекеренсә, һәр береһенең, кешенеке кеүек биополеһы, аураһы, энергетик ағымы бар. Мәҫәлән, тирәк, саған, имән, дардар күҙәнәктәрҙең йәшәү эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Кеше улар эргәһендә көс өҫтәлеүен, кәйефе күтәрелеүен тоя.
Муйыл, шыршы, ерек иһә ауырыу ағзаның эшмәкәрлеген көйләргә ярҙам итә.
Дауаланыу өсөн сирле һәм кәкреләрен түгел, ағастың төҙөн һәм йыуанын һайларға кәңәш ителә. Көнөнә ике-өс тапҡыр һөйәлеп торорға мөмкин. Аяҡтарҙы киреп баҫырға, арҡа һабағы менән һөйәлергә кәңәш ителә. Дендротерапия неврастения, остеохондроз, радикулит, бөйөр ауырыуҙарынан ҡотолорға ярҙам итә.
Тағы бер ысул бар. Тубыҡланып йәки ергә ултырып та ҡосаҡларға ярай. Ошондай хәлдә тороп, ашҡаҙан аҫты биҙе, ашҡаҙан, бауыр, үпкә, йөрәк һәм эсәк сирҙәренән арынырға мөмкин.


Вернуться назад