Татлы боростоң орлоҡтарын алырға. Һуғанды ваҡ ҡына турарға һәм үҫемлек майында алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға. Помидорҙарҙы иләк аша һөҙөргә, тышын алырға. Томат ҡайнап сыҡҡас, 15 минут бешерергә, шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе, хуш еҫле борос өҫтәргә һәм тағы ла 10 минут утта тоторға. Петрушканы ваҡларға. Үҫемлек майын бер нисә минут ҡайнатырға ла 70 градусҡа тиклем һыуытҡас (бер литрға ике аш ҡалағы иҫәбенән) банкаларға ҡойоп сығырға. Фарш өсөн йәшелсәләрҙе бутарға, тоҙлап борос ҡатнашмаһы менән тултырырға. Тултырылған боросто банкаларға теҙергә, өҫтөнә ҡайнар томат массаһы ҡойорға һәм 1 литрлы банкаларҙы 65 минут стерилләгәс, ҡапҡас менән ябырға.
КӘРӘК:
*1 килограмм татлы борос;
*700 грамм помидор;
* дүрт һуған;
* бер кишер;
*1 аш ҡалағы үҫемлек майы;
*1-1,5 аш ҡалағы тоҙ;
*1-2 ҡалаҡ аш һеркәһе;
*5-6 бөртөк ҡара борос;
*петрушканы үҙең күпме кәрәк тип иҫәпләйһең, шунса.