Эре ҡыярҙарҙы йоҡа ғына итеп түңәрәкләп киҫергә. Һауытҡа һалып, барлыҡ тәмләткестәрҙе өҫтәргә лә ике сәғәткә ултыртып ҡуйырға. Артабан уны стерилләнгән банкаларға теҙеп һалырға, өҫтөнә ҡайнар маринад ҡойорға һәм стерилләргә (бер литрлы банканы — 10 -15, өс литрлыһын — 30 минут). Шунан ҡапҡас менән ябырға.
Маринад өсөн аш һеркәһен, үҫемлек майын, шәкәрҙе, тоҙ һәм горчица һалып һыу ҡайнатып алырға.
КӘРӘК:
* биш килограмм ҡыяр.
МАРИНАД ӨСӨН:
* 1 аш ҡалағы шәкәр;
* 1 аш ҡалағы аш һеркәһе;
* 1 аш ҡалағы үҫемлек майы;
* 3 аш ҡалағы тоҙ;
* 1 аш ҡалағы төйөлгән ҡара борос;
* 2 аш ҡалағы иҙелгән һарымһаҡ.
* кәрәгенсә һыу.