Томат һутындағы төҫлө кәбеҫтә19.07.2013
Томат һутындағы төҫлө кәбеҫтәКәбеҫтә япраҡтарын айырып алып, ҡайнаған тоҙло һыуҙа бешекләргә. Помидор, борос һәм һарымһаҡты ит турағыс аша үткәрергә лә барлыҡҡа килгән ҡатнашманы кәстрүлгә һалырға, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы өҫтәп, ҡайнатып сығарырға. Артабан уға кәбеҫтә япраҡтарын, тәмләткес үләндәр төшөрөп, талғын утта 10 -15 минут бешерергә. Аҙаҡ, аш һеркәһе ҡойоп, уттан алырға һәм стерилләнгән ҡайнар банкаларға һалып, ҡапҡас менән ябырға.
КӘРӘК:
* ике килограмм төҫлө кәбеҫтә;
*1-2 баш һарымһаҡ;
*200 грамм татлы борос;
*200 грамм йәшел тәмләткес;
* ике аш ҡалағы тоҙ;
*100 грамм шәкәр;
*ярты аш ҡалағы аш һеркәһе;
*ярты стакан үҫемлек майы.


Вернуться назад