Баклажан менән фасолдән тәғәмлек19.07.2013
Баклажан менән фасолдән тәғәмлекБаклажанды шаҡмаҡлап турарға, кишерҙе эре ҡырғыста ҡырырға, татлы боросто ваҡ итеп киҫергә, помидорҙы һарымһаҡ менән бергә ит турағыстан үткәрергә.
Барлыҡ йәшелсәне кәстрүлгә һалғас, фасоль ҡушырға. Аш һеркәһе, шәкәр, тоҙ һәм үҫемлек майы өҫтәргә. Ҡайнап сыҡҡанға ҡәҙәр утта тоторға. Аҙаҡ утты әкренәйтеп, бутай-бутай, 40 минут бешерергә. Ҡайнар килеш стерилләнгән банкаларға һалырға ла ҡапҡас менән ябырға.
КӘРӘК:
*ике килограмм баклажан;
* 500 грамм бешерелгән фасоль;
* 1,5 килограмм помидор;
* 500 грамм кишер;
* ике татлы борос;
* ике баш һарымһаҡ;
*ярты аш ҡалағы аш һеркәһе;
*ҡалаҡ ярым шәкәр;
* ярты литр үҫемлек майы;
* тоҙ, борос;
* тәмләткестәр.


Вернуться назад