Бер стакан һыуҙы ҡайнатып, бүлмә температураһында һыуытырға ла уға желатин ҡойоп, бүрттереү өсөн бер сәғәткә ултыртып торорға.
0,7 литрлы банкаларға тигеҙ итеп йәшел тәмләткестәр, уларҙың өҫтөнә помидорҙар һалырға. Желатинды ут өҫтөнә ҡуйып, эреп бөткәнсе болғата-болғата, йылытырға кәрәк. Ҡайнатып сығарырға ярамай. Унан һуң һөҙөргә.
Ҡойҡа өсөн: тоҙло, шәкәрле өс стакан ярым һыуҙы ҡайнатырға. Уға желатин массаһын ҡойорға ла тағы ҡайнап сыҡҡанға ҡәҙәр тоторға. Артабан уны помидорҙарға һалырға ла ҡапҡас менән ябырға. Банкаларҙы түңкәреп, һәр береһен урап ҡуйып һыуытырға.
Кәрәк:
*ике килограмм помидор;
*өс баш һуған;
*туғыҙ лавр япрағы;
*20 бөртөк ҡара борос;
*өс баш һарымһаҡ;
*укроп.
Ҡойҡа өсөн:
*4,5 стакан һыу;
*ике аш ҡалағы желатин;
*ике аш ҡалағы шәкәр;
*1,5 аш ҡалағы тоҙ.