- Шампан шарабын төштә күреү өндә ваҡытлыса ғына бәхет татыуҙы аңлата.
- Бер үҙең генә шарап тәмләп ултырғанды күреү — яҡындарыңда аңлау тапмау тигән һүҙ.
- Шампан шешәһен төшөрөп ватыу — һис көтөлмәгән ваҡиғаға тарыу.
- Төштә шыршы күреү мәңгелек төшөнсәләр һәм ҡиммәттәрҙе символлаштыра.
- Шыршылар араһында йөрөү — байлыҡ билдәһе. Әгәр ҙә тубырсыҡтарҙы һонолоп ала алһағыҙ, бигерәк тә яҡшы. Төшөгөҙҙөң өнгә әүерелеүе бик ихтимал.
- Төбөнән ҡырҡылған шыршыны төштә күреү кешенең рухы һыныуын һүрәтләй.
- Ҡар күреү ҙә яҡшыға. Уйҙарығыҙ ҙа, тормош юлығыҙ ҙа аҡ, әлегә хәсрәтләнергә һис урын юҡ.
- Ҡарҙың ирегәнен күреү ҡурҡыуығыҙҙың юҡҡа сығыуын аңлата.
- Биҙәлгән шыршыны күреү — тормоштағы оло үҙгәрештәргә ишара. Ул ни тиклем мөһабәтерәк, бейегерәк — һеҙҙе шул тиклем ҙурыраҡ, шатлыҡлыраҡ ваҡиғалар көтә.
Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән! Матур төштәр күрегеҙ!