Йәйге ямғырҙың һәр тамсыһы энергия өҫтәй, һәр тере күҙәнәк уны тоя һәм ҡомһоҙланып “эсә”.
Халыҡ медицинаһы дауа сифатында ямғыр аҫтында ерҙә ялан аяҡ, өҫ кейемһеҙ (ямғыр тотош тәнде сылатһын өсөн) баҫып торорға кәңәш итә.
Аяҡ табанында ла, устағы кеүек үк, әллә күпме нервы күҙәнәктәре бар. Кем даими өшөүҙән яфалана, ул был күңелһеҙлекте онотор, сөнки ялан аяҡ йөрөү ҡан әйләнешен яҡшырта. Әлбиттә, аяҡ кейемһеҙ ергә баҫырға һәр кем йөрьәт итмәй. Әммә яйлап өйрәнәһең. Аяҡ аҫтындағы йомшаҡ ҡомдо, ваҡ таштарҙы һәм еүеш үләнде һиҙеү үҙе үк күңелде күтәреп ебәрә.