Селләлә ярап ҡала19.07.2013
Сөгөлдөрҙө йыуып, таҙартып, кәстрүлгә һалып, һыу өҫтәйбеҙ. Утҡа ҡуйып, һыуға аш һеркәһе тамыҙабыҙ һәм йомшарғансы бешерәбеҙ. Айырым һауытҡа өс стакан һыу, ярты сәй ҡалағы тоҙ һалып, йыуылған ҡуҙғалаҡты бешереп алабыҙ, һыуытабыҙ. Бешеп һыуынған сөгөлдөрҙө йоҡа итеп, туҡмас һымаҡ киҫәбеҙ йәки ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Ҡуҙғалаҡлы ҡайнатмаға сөгөлдөрҙө һалабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Йәшел үләндәрҙе, ҡыяр менән һарымһаҡты йыуып, бешкән йомортҡаны ваҡлап турайбыҙ. Тәмләткес үләндәрҙе, ҡыярҙы, кефирҙы һыуынған ҡайнатма менән ҡушып, бер аҙ шәкәр ҡомо өҫтәйбеҙ. Һурпаны тәрилкәләргә һалғас, берәр аш ҡалағы ваҡланған йомортҡа өҫтәп сығабыҙ, ҡаймаҡ һалабыҙ. Шулай итеп, эҫе көндәрҙә ашау өсөн бына тигән һалҡын аш әҙер.
Ике бәйләм ҡуҙғалаҡ, ике уртаса ҙурлыҡтағы ҡыҙыл сөгөлдөр, әнис, петрушка япраҡтары, һуған ҡыяҡтары, ике ҡыяр, ике бүлем һарымһаҡ, ярты литр кефир, 100 грамм ҡаймаҡ, ҡаты итеп бешерелгән өс йомортҡа, ярты сәй ҡалағы тоҙ, ике сәй ҡалағы аш һеркәһе алына.