ҠУЛСатырҙы нисек таҙартырға?19.07.2013
ҠУЛСатырҙы  нисек таҙартырға?Иң ябай ысул — йыуыу. Порошоклы йылы һыуға һалып тороғоҙ ҙа аҙаҡ йомшаҡ сепрәк менән һөртөгөҙ. Асып, таҙа һыу ҡойоп, сайҡатығыҙ.
Таҙармаһа, нашатырь спиртын (ярты стакан спиртты бер литр һыуға һалып) йә аш һеркәһенә һыу ҡушып (икеһен дә бер сама) сайҡатығыҙ.
Киптергәндә ҡулсатырҙы яртылаш ябығыҙ. Тулыһынса асһағыҙ, сепрәге тартылып, ватылыуы ихтимал.
Ҡара төҫтәге зонтты сәйгә мансылған сепрәк менән таҙарталар.


Вернуться назад