Тамғаң — ай, нәҫелең бай булһын24.12.2011
Тамғаң — ай, нәҫелең бай булһынГоризонталь буйынса: 2. Сигеү өсөн алтын, көмөш йәки бүтән йылтыр ҡушып эшләнгән еп. 4. Балта, бысаҡ үткерләй торған әйләнмәле ҡайраҡ. 5. Һауыттағы “йәшел йылан”. 8. Сыбар һабаҡлы, ваҡ ҡына йылтыр орлоҡло, тарбаҡ һабаҡлы сүп үләне. 10. Баш ҡалаһы Манама булған ғәрәп дәүләте. 11. Сәйәхәтсе Тур Хейердалдың кәмәһе. 12. Дүрт бармаҡ киңлегендәге үлсәү берәмеге. 14. Кәрлә жираф. 16. Һырғалаҡ йәки ерҙе тигеҙләү машинаһы. 19. Белем шишмәһе. 22. Өйгә ингәндә тороп ҡала, тышҡа сыҡҡанда тотоп ала. 23. Килендәр һыуға барғанда бик кәрәкле әйбер. 24. Ҡул һыртының кире яғы. 25. Бер ҡараһаң — икмәктәй, икенсе ҡараһаң — ураҡтай. 27. Китаптарҙы йыйыу һәм бүлеп таратыу эше менән шөғөлләнгән ойошма. 31. Африкала үҫкән ағас, емештәрен “маймыл икмәге” тип йөрөтәләр. 33. Кемгәлер бер нәмә эшләү өсөн бирелгән ризалыҡ. 36. Сәхнәне яҡтырта торған уттарҙы ҡаплап торған барьер. 37. “Баҡса”ла “йөҙгән” балыҡ. 39. Бер тармаҡтағы бер нисә предприятие берекмәһе. 41. Мәсеттә кем аҙан уҡый? 44. Ҡыйыуҙар ботона ҡыҫтырып, ҡурҡағыраҡтар етәкләп килтерә. 45. “Беткә үс итеп, тунды (...)ҡа яҡмайҙар”. 47. Башҡорт журналистикаһының аҡһаҡалы. 48. Дәүер. 50. Кеше өҫтөнән кемгәлер еткерелгән яман һүҙ. 53. Берәй нәмәнең йәки бинаның һөлдәһе. 55. Ҡытай мафияһы. 57. Рафиҡ Сәлмәнов һәм Нариман Сабитовтың уртаҡ һөнәре. 59. Чернобыль аварияһын бөтөрөүҙә ҡатнашҡан герой. 62. Бер атанан килгән быуындар теҙеме. 63. “Тел яраһы (...)тә”. 65. Кеше ҡаны менән туҡланыусы бөжәк. 66. Хөрәфәт буйынса, ялбыр һары сәсле, оҙон имсәкле ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендәге ен-пәрей заты. 67. Бәләкәй генә йорт, эсе тулы ҡорт. 69. Төн тыуҙыра, көн йыуҙыра. 71. Полюс. 72. Емерек хәлгә килгән йорт-ҡаралты. 73. Тол ҡалған ир. 74. “Үгәй әсә (...) тоттора, ашата ла ҡоҫтора”. 76. Нәфис һүҙ уҡытыусыһы. 77. Был үлән атҡа булған үсен һабандан алыр.
Вертикаль буйынса: 1. “Һүҙенә күрә яуабы, (...)һына күрә һауабы”. 2. Мейестең ҡаҙан аҫтына яға торған урыны. 3. “Һимеҙ аттың (...)һы йомшаҡ”. 5. “Кешегә кешенең малы, үҙенең (...)ы күп күренер”. 6. Ҡуллама. 7. Сусҡа йөнө. 8. “Ат асыуын (...)нан алма”. 9. Ете елкенсәк, бер һелкенсәк. 11. Аҡкучукова һәм Сәхәүетдинованың уртаҡлығы ниҙә? 13. Киң, тигеҙ тау өҫтө. 14. Кесегә мәрхәмәт, (...)ға итәғәт ит”. 15. Балхашҡа ҡойоусы йылға. 16. Йөҙөмлө кондитер ризығы. 17. Хис. 18. Юғарылыҡ сиген белдергән шартлы һыҙыҡ. 19. Йомортҡаһын үҙе баҫмай, сит ояға һалыусы ҡош. 20. Парлы һалмаҡ бейеү, уға хатта һәйкәл ҡуйылған. 21. Казак һөңгөһө. 24. Әйбер элеү өсөн түбә таҡтаһы аҫтына стена буйлатып аҫҡан таяҡ. 26. Уҡ атыу өсөн бөгөп кереш тартҡан ҡорал. 28. Операның әҙәби тексы. 29. Йәбештерә торған ҡуйы шыйыҡса. 30. Бөйөнө нисек атайҙар? 31. “Булыр (...) биләүҙән”. 32. Йыуан һимеҙ елкә һәм яурын. 34. “(...)һе тарҙың күңеле тар”. 35. Англиялағы партия. 37. Ашамлыҡҡа һалына торған шыйыҡ тәмләткес. 38. Көрән сәскәле, өс ҡырлы ғына ҡара орлоҡло сүп үләне. 40. Ҡылғандың йөнтәҫ башы. 42. Тоҡомло йылҡы үрсетә торған хужалыҡ. 43. Татландырылған сәтләүек. 44. Алма кеүегерәк емеш биргән, үрмәле урман үләне. 46. Ҡотлау һүҙе. 48. Европалағы саңғылар музейы булған баш ҡала. 49. Һалдат ҡаҙған соҡор. 51. Сәй ҡалдығы. 52. Шыйыҡ булып ятҡан батҡаҡ. 54. Һығылмалы материал. 56. Пропаганда маҡсатында яҙылған әҙәби әҫәр. 57. Йоҡо урыны. 58. Тауыш көсәйтеүсе торба. 59. Яҙ көнө тау башынан шыуған ҡар. 60. Христиандарҙың төп байрамдарының береһе. 61. Ағыулы үрмәксе. 64. Оло йәштәге ҡатын. 68. Төрлө туҡыма киҫәктәренән ҡорамалап, суҡландырып тегелгән ябыу әйбере. 70. Ҡамсының “туғаны”. 75. Диуар нимә ул?
Яңы йыл шыршыһын
ДИЛАР “биҙәне”.


Вернуться назад