Ит һайлайыҡ19.07.2013
Ит һайлайыҡШашлыҡ өсөн ниндәй ит һәйбәт? Ғәҙәттә, шашлыҡ ҡурырға әҙерләнеүселәр араһында ошо мәсьәләлә фекерҙәр төрлөсә булыусан.

*Иттең төҫө асыҡ ҡыҙыл түгел, ә аҡһыл-алһыу булырға тейеш.
* Йомшағын һайларға кәрәк. Майлы ҡатламының аҡ йәки алһыуын алығыҙ.
*Яҡшы итеп туңған ит ҡаты була, уға ауыр нәмә менән һуҡҡылағанда асыҡ тауыш сыға.
*Туңдырылғанына һәм шашлыҡ өсөн әҙерләнгәненә ҡарағанда яңы һуйылған мал ите иң һәйбәте.

Нисек әҙерләргә?
*Итте 20 минут ағып торған һыу аҫтында тоторға;
*5х5 сантиметр самаһы итеп киҫәктәргә бүлергә;
*эмаль һауытҡа һалынған ит өҫтөнә маринад ҡойорға, тәмләткестәр өҫтәргә;
*өҫтөн ябып, берәй ауыр нәмә менән баҫтырып ҡуйырға;
*шашлыҡ өсөн әҙерләнгән итте ағас һауытҡа һалмағыҙ, сөнки ағас һутты һеңдерә.

Тәмләткестәр
Шашлыҡ әҙерләгәндә аш һеркәһе ҡулланмау — алтын ҡағиҙә.
Маринад сифатында аҡ шарап, һуған, тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәрҙе файҙаланырға мөмкин. Лавр япрағынан, ҡыҙыл борос йәки иҙелгән һарымһаҡ ҡушығыҙ.
Соусты ла үҙегеҙ әҙерләй алаһығыҙ: ваҡ ҡына туралған һарымһаҡты таҙа һыуҙа шыйығайтылған кетчуп менән бутағыҙ, йәшел тәмләткес һәм сельдерей өҫтәгеҙ.


Вернуться назад