Бер бокалда миллион күбек24.12.2011
Бер бокалда миллион күбекЯңы йылды шампан шарабынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Унда әллә күпме минераль матдә тупланған. Антиоксиданттар һәм биологик әүҙем матдәләргә бай эсемлектең бер йотомо күңелдә байрам тойғоһо тыуҙыра.
Шампанды табынға ҡуйыр алдынан 10–12 градусҡа тиклем боҙ һалынған биҙрә эсендә һыуытырға кәрәк. Күбекле эсемлекте ас ҡарынға эсергә ярамай, ти белгестәр.
Бер шешәлә 400 миллион самаһы күбек булырға тейеш, тип иҫәпләй шарап етештереүселәр. Күбек ни тиклем вағыраҡ һәм ни тиклем оҙағыраҡ бызырлап торһа, шарап шунса сифатлыраҡ.
Ысын шарапты Францияның Шампань провинцияһында йыйып алынған виноградтың бары өс төрөнән — “шардоне”, “пино нуар” һәм “пино менье” сорттарынан — етештерәләр.


Вернуться назад