Йырламаһаң — туҡмалаһың!17.07.2013
Сермән балалар йортонда республикабыҙҙың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған

Үткән аҙнала Белорет районының Сермән балалар йорто тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығындағы видеояҙма социаль селтәргә һалынған. Ошо уңайҙан бәхәс әле ҡыҙғандан-ҡыҙа. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар тапшырыуында ла был хаҡта күп күрһәтелде.

Унда 12 йәшлек Иҙелде йырларға ҡушалар. Малай яңылышҡаны өсөн, кемдер уның башына ныҡ итеп һуға. Иҙел, “әсәй!” тип ҡысҡырып, мөйөшкә осоп барып төшә...
Балалар йортондағы хәл йәмәғәтселекте тетрәтте. Әлегәсә малайға кемдең һуғыуы асыҡланмаған, сөнки видеояҙмала “тиран”дың кәүҙәһе генә күренә.
— Мин иҫемде юғалта яҙҙым, — тип әйткән Иҙел тележурналистарға. Тәүҙә ул Карам Әлимғолов һуҡты тиһә, һуңғараҡ ниндәйҙер сәбәп менән үҙ һүҙенән баш тарта. Билдәле: малайға артабан да шунда уҡырға һәм йәшәргә кәрәк.
Балалар йорто директоры Нурия Шаһиморатова Петя тигән малай ҡул күтәргән тип иҫбатлап маташа. Сибек кенә Петяны ла өйрәтеп ҡуйғандар, күрәһең. Әммә видеояҙмала ҙур ҡуллы егет һуғыуы асыҡ күренә.
17 йәшлек Карам Әлимғолов элек ошонда тәрбиәләнгән. Әле Өфө районында һөнәрселек училищеһында уҡый. Карамды махсус рәүештә йәйге осорға тәрбиәсе итеп эшкә алғандар, ти ҡайһы берәүҙәр. Шуныһы сәйер: уға 18 йәштә тулмаған, етмәһә, педагогик белеме лә юҡ.
Республикабыҙҙың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре район прокуратураһы менән берлектә балалар йортонда ошо уңайҙан тикшереү эштәре башлаған.

Артур ҒАРИПОВ, Сермән балалар йортоноң элекке тәрбиәләнеүсеһе:
— Ошо хәбәрҙе ишеткәс, ҡыйын булып китте, сөнки беҙҙе лә йыш туҡмайҙар ине. Ул саҡта ла “башлыҡ”тар булды. Уға бөтә нәмә лә рөхсәт ителә. Тәрбиәселәр ошоно күреп тә яҡламай. Йәйгеһен элек ошонда йәшәп киткәндәрҙе лагерға тәрбиәсе итеп алалар ине. Был юҡҡа ғына эшләнмәй. Ул “ағай” бөтәһен дә йоҙроҡ менән тота. Күҙҙәре күгәрешеп йөрөгәндәр ҙә һирәк түгел ине. Әммә һорашыусы, төпсөнөүсе кеше табылманы. Ул ваҡытта ла директорыбыҙ Нурия Шаһиморатова булды. Тикшереү эштәре башлап, бик дөрөҫ иткәндәр.
Илфат СӘМСИТДИНОВ, тарих фәндәре кандидаты:
— Балалар йортондағы кәмһетеүҙәр, “бабайлыҡ” хаҡында йыш ишетәбеҙ. Әммә Интернет селтәренә ошондай яҙма һалынған осраҡ республикабыҙҙа әлегә булмағайны. Былай ҙа яҙмышы әселеккә дусар ителгән балаларҙан нисек көлмәк кәрәк?! Интернетҡа ла видеоны һалырға ҡурҡмағас, тимәк, бында ошондай алымдар хуплана. Минеңсә, был ваҡиғаны бик ентекле тикшерергә һәм ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу мотлаҡ. Бүтәндәргә һабаҡ булыр, исмаһам.


Вернуться назад