Смаҡай бөтәһенә өлгө17.07.2013
Рәсәй Федерацияһының “Урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се Федераль законы сыҡҡас, уны хуплаусылар ҙа, хурлаусылар ҙа байтаҡ булды. Ә бына Ишембай районының Смаҡай ауылы халҡы икеләнеп тормай ең һыҙғанып эшкә тотонған, законда ҡаралған бөтөн мөмкинлектәрҙе барлап, үҙидара төҙөгән. Хәҙер был биләмә барлыҡ республикаға өлгө булырҙай тәжрибә туплаған.
Йәмәғәт үҙидаралығын төҙөү ихтыяжы юҡтан килеп сыҡмаған. Ҡала биҫтәһенә әйләнгән Смаҡай халҡы үҙ ихатаһы булған шәхси йорттарҙа йәшәй. Ҡала яны тип иҫәпләнһә лә, ауыл үҙ көнөн үҙе күрә. Бында 620-нән ашыу йорт иҫәпләнә. Мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Халыҡтың күпселеге ҡалаға йөрөп эшләй. Әммә көтөүлек, сабынлыҡҡа ерҙәре булмауы бәкәлгә һуға. Мәсьәлә урынынан ҡуҙғалмағас, Смаҡай, Алебастр ауылдары халҡы үҙидаралыҡ мәсьәләһен күтәреп сыға. 2008 йылдың ғинуарында район Советы депутаты Әнүәр Шәнгәрәев муниципаль район Советына Смаҡай менән Алебастрҙа ТЙҮ төҙөлөүе тураһында хәбәр итә, 2009 йылдың июлендә “Смаҡай” ТЙҮ сифатында Бөтә Рәсәй реестрына индерелә, төбәктә тәүге булып Рәсәй Юстиция министрлығының танытмаһын ала. Ошо мәлдән алып көтөүлектәр, сүплектәргә бәйле мәсьәләләр үҙаллы хәл ителә. Былтырҙан һыу проблемаһы яйға һалына башлаған.
Яңыраҡ Смаҡай ауылы халҡының йәшәйеше менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты һәм тәжрибәне уңышлы тип баһаланы.
Әле ауылда “Регион-Строй” йәмғиәте һыу торбалары һуҙыу менән мәшғүл. Ай аҙағына уның осона сығасаҡтар.
— Бөтәһе 13 километрҙа эш тамамланған, тағы 860 метрлыҡ һыу торбалары һуҙыласаҡ. Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып йәмәғәт үҙидаралығы төҙөгәс, беҙгә “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Халыҡ бюджеты” программаһы буйынса ун ете миллион һумлыҡ грант бирҙеләр. Уны һыу үткәреүгә тотонорға булдыҡ. Хәҙер 258 гектар еребеҙ бар. Бында көтөүлек тә, бесән өсөн дә урын етерлек. Минеңсә, урындағы үҙидара булдырыуҙың төп шарты — халыҡтың әүҙемлеге. Терәк булырҙай, ваҡытын йәлләмәй, ал-ял белмәй эшләгән кешеләрҙең булыуы мөһим. Ошо осраҡта ғына урындағы үҙиадара менән йәшәп, халыҡ мәнфәғәтендә эшләргә мөмкин, – тип һөйләй ТЙҮ рәйесе Әнүәр Шәнгәрәев.