“Һеҙҙең өсөн” кейем тегә17.07.2013
Баймаҡ төбәгендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ әүҙем үҫешә. Төрлө йүнәлештәге яңы предприятиелар халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтә. Шуныһы ҡыуаныслы: республика, район етәкселеге лә бәләкәй бизнестың яңы кимәлгә күтәрелеүенә һәр яҡлап булышлыҡ итә. Ярҙам тойғас, халыҡ та эшҡыуарлыҡҡа ихлас тотона.
Баймаҡ ҡалаһындағы “Һеҙҙең өсөн” ательеһы ла халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә үҙен тиҙ арала танытып өлгөргән. Шәхси эшҡыуар Миңлегөл Мөхәмәтшина ойошторған бәләкәй предприятие милли костюмдар, медицина, сауҙа, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү, ауыл хужалығы, мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус кейем, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр, балалар өсөн кейем-һалым тегеү буйынса махсуслашҡан. Ательеға кейем йүнәтеү өсөн дә халыҡ күпләп килә.
“Һеҙҙең өсөн” предприятиеһы төбәктә халыҡ хужалығының төрлө өлкәләре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған. Бынан тыш, күрше Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла райондарының, Сибай ҡалаһының ойошма-предприятиелары ла эшҡыуар Миңлегөл Мөхәмәтшинаның сифатлы тауарына өҫтөнлөк бирә.
Бөгөн Баймаҡ артистары, халыҡ ансамблдәре тиһеңме, Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡыусылары булһынмы, ҡаланың күп кенә башҡа учреждениелары тап ошо ателье теккән милли кейемдә сығыш яһай.
– Беҙ айырым кешеләр, тотош коллективтар менән шәхсән эшләйбеҙ, – ти Миңлегөл Мөхәмәт ҡыҙы. – Беренсе сиратта, әлбиттә, заказ биреүсенең талаптарын иҫәпкә алабыҙ. Эшебеҙҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарырға тырышабыҙ, сөнки бөгөнгө баҙар шарттары беҙҙән шуны талап итә. Ә кейемде махсус каталогтарҙы ҡулланып тегәбеҙ, заманса талаптарға иғтибар бүләбеҙ.
Уңышлы эшмәкәрлеге өсөн Миңлегөл Мөхәмәтшина район хакимиәте тарафынан бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа бүленгән 100 мең һум күләмендә грант алыуға өлгәшкән.