Мигранттарҙың да төрлөһө бар17.07.2013
Мигранттарҙың да төрлөһө барСит ил кешеләренең Рәсәйҙә эшләүе бөгөн тәбиғи күренеш. “Мигранттар беҙҙең хеҙмәт урындарын алып бөттө” тигәнерәк һүҙҙәр ҙә ишетелә халыҡ араһында. Ысынлап та шулаймы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан республикаһы буйынса идаралығының бүлек етәксеһе Хәйҙәр ӘЛИБАЕВҠА аңлатма биреүен һорап мөрәжәғәт иттек.

– Хеҙмәт миграцияһы мәсьәләләре менән һәр көн шөғөлләнгәнгә күрә, сит ил граждандары беҙҙең халыҡты эш урындарынан мәхрүм итә тигән фекер менән килешмәҫ инем. Мигранттарҙы, башлыса, төҙөлөштәрҙә, теплицаларҙа, юл төҙәтеү һәм һалыуҙа күрергә мөмкин. Был өлкәләрҙә эшләүселәр күҙгә салынып бара, һөҙөмтәлә “ҡайҙа ҡарама – ситтәр” тигән уй-фекер тыуа. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: ауыр һәм бигүк аҡсалы булмаған эштәргә беҙҙекеләр ашҡынып тормай, ә сит илдәрҙән килгәндәр барыһына ла риза.
Мигранттарҙың һанын һәм ҡайҙан килеүен беҙҙең бүлек хеҙмәткәрҙәре даими контролдә тота. Сит ил граждандарына республикала эшләү өсөн рөхсәт Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған квота нигеҙендә генә бирелә. Ә ул үҙ сиратында эш биреүселәрҙең һорауҙары (заявкалары) буйынса билдәләнә. Мәҫәлән, быйыл 25 меңгә яҡын кешегә эшкә рөхсәт биреү ҡаралған. Үткән алты айҙа был квота 37 процентҡа үтәлгән, йәғни Башҡортостанда 9567 мигрантҡа хеҙмәт менән шөғөлләнергә рөхсәт бирелгән.
– Ниндәй ваҡытҡа бирелә ул?
– Сит ил граждандарының күбеһе республикала бер йылға тиклем эшләү хоҡуғына эйә. Шул уҡ ваҡытта өс, алты һәм туғыҙ айға рөхсәт алыусылар ҙа бар.
– Ҡайһы илдәрҙән беҙгә күпләп эшкә киләләр, Хәйҙәр Сибәғәт улы?
– Бөгөн республикала 24 сит ил дәүләтенән килеүселәр эшләй. Үзбәкстан граждандары иң күбе: алты меңдән ашыу, улар хеҙмәт мигранттарының 64,4 процентын тәшкил итә. Шунан ҡала Азербайжан, Әрмәнстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстан кешеләре килә. Төркиәнән, КХДР-ҙан, Сербия һәм Черногориянан килеп эшләүселәрҙең һаны уртаса 100-165-кә етә.
– Ниндәй төр хеҙмәт менән шөғөлләнә сит ил граждандары?
– Уларҙың яртыһынан күберәге, башлыса үзбәк, азербайжан һәм әрмәндәр төҙөлөштә эшләй. Ике меңдән ашыу хеҙмәт мигранты ауыл һәм урман хужалығында мәшғүл. Эшкәртеү тармағында 550-нән күберәк, транспорт һәм элемтә предприятиеларында – 334, коммерция өлкәһендә 320 сит ил гражданы шөғөлләнә. Башҡа төр хеҙмәттәргә уларҙың дүрт проценттан ашыуы йәлеп ителгән.
– Даими эш мигранттарға тотороҡло табыш бирә. Уның күләменә ҡағылып тормайыҡ. Дөйөм алғанда, беҙгә бынан ни файҙа һуң?
– Башта һандарға иғтибар итәйек: ярты йылда Башҡортостан бюджетына, физик шәхестәр килеменә һалым булараҡ, 60 миллион һум самаһы аҡса килгән (былтырғы менән сағыштырғанда, 20 миллион һумға күберәк). Уны республикала эшләүсе хеҙмәт мигранттары индергән. Был беренсе сиратта сит ил граждандарына патент – физик шәхестәрҙә эшләү өсөн рөхсәт биреү системаһын ҡулланыу һөҙөмтәһе. Патент алған мигрант ай һайын урындағы бюджетҡа бер мең һум күләмендә һалым түләй. Ә хеҙмәт менән шөғөлләнеүгә рөхсәт алыусыларҙың йылына бер тапҡыр түләгән дәүләт пошлинаһы – 2 мең һум. Алты айҙа уларҙан федераль бюджетҡа 20 миллион һумдан артығыраҡ килем ингән.
– Һеҙҙеңсә, барыһы ла ыңғай ғына килеп сыға түгелме? Ара-тирә Рәсәйҙән ҡыуып сығарылған сит ил граждандары тураһында ишетәбеҙ, мигранттарға штрафтар ҙа һалына…
– Шулай, әлбиттә. Әммә тәү сиратта артабанғы фекерҙе әйтеп үтергә кәрәк: сит ил граждандары бында эш эҙләп яҡшы тормоштан килмәй. Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенә ҡараған илдәрҙә көнкүреш шарттары шәптән түгеллеге барыһына ла мәғлүм. Мигранттарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, эш хаҡының күп өлөшөн улар даими ғаиләһенә ебәреп тора, үҙҙәре бик һаҡсыл көн күрергә мәжбүр. Шулай булғас, уларҙың күпселеге Рәсәй ҡанундарына ихтирам менән ҡарай, тәртип боҙоуҙарға юл ҡуймай – тыныс ҡына тапҡан эш менән шөғөлләнеү улар өсөн отошлораҡ.
“Бер ҡалаҡ дегет мискәләге бар балды боҙа” тигән кеүек, мигранттар араһында ла төрлө кешеләр осрай. Яуыз ниәтлеләргә, енәйәтселәргә ҡарата һүҙ ҡыҫҡа – улар менән беҙҙең башҡа бүлектәр эш итә. Криминаль миграция һәм хеҙмәт миграцияһын айырып ҡарарға кәрәк, тип әйтер инем. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хеҙмәт мигранттары араһында ла ҡағиҙә боҙоусылар осрай. Мәҫәлән, алты айҙа 834 сит ил гражданының (былтыр 549 ине) эшкә рөхсәте ғәмәлдән сығарылды – уларҙың яртыһынан күберәгендә медицина белешмәһе юҡ икәнлеге асыҡланды. Хеҙмәт килешеүен оҙайтмау осраҡтары ла бар.
Ғинуарҙан июлгә тиклемге арауыҡта 20 сит ил кешеһенә эшкә рөхсәт бөтөнләй бирелмәне. Уларҙың ун дүрте һуңғы йылда бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, дүртәүһенә ҡарата ошондай күп һанлы хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн Рәсәй биләмәһендә йәшәүҙе, нигеҙҙә, тыйыу тураһында ҡарар сығарылған, ә икәүһе инде алдараҡ беҙҙең илдән ҡыуылған булған.
– Мәғлүмәттәрегеҙ өсөн рәхмәт, Хәйҙәр Сибәғәт улы. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.


Вернуться назад