Кем фарман биргән?24.12.2011
Борон, Яңы йыл 1 сентябрҙән башлана, тип иҫәпләнгән. Ошо хаҡтағы ҡарарҙы 1492 йылда кенәз Иван III раҫлаған.
Был көндө тантаналы итеү өсөн батша Кремлгә килер булған, һәм унан һәр ябай кеше хәйер һорай алған.
1699 йылда Рәсәй батшаһы Петр I тәүге тапҡыр Европала сәйәхәттә булып ҡайтҡан. Шул сәфәренән һуң ул Яңы йылды 1 сентябрҙә түгел, ә 1699 йылдың 31 декабренән 1 ғинуарға ҡараған төндә ҡаршыларға фарман биргән.
Тап Петр I изге башланғыс билдәһе итеп бер-береңде Яңы йыл менән ҡотларға, байрамда фейерверктар тоҡандырырға, ҡала урамдарын ылыҫлы ағастар менән биҙәргә, балаларға ҡыҙыҡлы уйындар, тауҙа санала шыуҙырыуҙы ойошторорға ҡушҡан. Шулай уҡ бының өсөн башҡа көндәр ҙә етерлек тип, өлкәндәргә эскелек менән мауыҡмаҫҡа һәм тауыш-ғауға ҡуптармаҫҡа бойорған.
Һуңғараҡ өйҙәрҙә лә шыршыны биҙәп, байрам үткәрә башлағандар.