Редакцияға килгән кешеләр араһында кемдәр генә юҡ. Шишмә районынан Фәниә исемле уҡытыусы айырыуса ихлас, алсаҡ булыуы менән күңелде яуланы. Бөгөнгө мәктәп хәлдәре, уҡыусылар тураһында башланып киткән әңгәмәбеҙ яйлап донъя мәшәҡәттәренә барып тоташты. Һаулыҡ хаҡында һүҙ сыҡты. Ана шундай мәлдә ишеткәндәр тураһында гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашырға булдым.
Артабан Фәниә ханымдың һөйләгәндәрен хикәйәләйбеҙ.
— Ейәнебеҙгә йәш тә өс ай булып китте, атларға маташа, тик һәйбәт итеп тура баҫып китә алмай, аяҡтарын ерҙән айырмай, һөйрәп шылдыра. Ныҡ итеп, ышаныслы баҫып тормағас, кәүҙәһен дә тура тотмай, йә бер, йә икенсе яҡҡа ауа. Ситтән ҡарап торһаң, церебраль фалиж сирле кеүек. Тәүбә-тәүбә! Киленгә әйтәм: "Һуң булмаҫ борон, әйҙә, Ольга Ивановнаға алып барайыҡ", — тим. "Юҡ, әллә ниндәй әбейҙәргә ышанып", — тип ҡаршы төштө был. Ул әллә ниндәй әбей түгел, ә һинең иреңде, минең улымды, "үлә" тигән ерҙән аяҡҡа баҫтырған кеше", — тим. Әрләшә-асыулана торғас, ризалаттым тегене, – тип башланы ул һүҙен.
...Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгенән биш-алты километр самаһы арыраҡ ятҡан Яңы Троицк ауылына барһалар, халыҡ араһында дауалаусы булараҡ даны таралған Ольга Жаркованың өйөнән ике ҡатын сығып килә. Машинанан төшкән улына: "Ҡайтышлай быларҙы ултыртып алырһың инде, балам, Ҡырмыҫҡалыға тиклем булһа ла илтеп ҡуйырбыҙ", — ти. Улы ла әсәһенә ҡарап: "Мин дә шул хаҡта уйлағайным", — ти. "Дөрөҫ уйлағанһың, улым, маладис!" — тип ҡаршы ала быларҙы инәй ишектән килеп инеү менән. Әсә менән ул, бер-береһенә ҡарап, аптырап ҡала. Үҙҙәренең тыштағы һөйләшеүҙәрен ҡайҙан белгән тиһең.
Ни йомош менән килеүҙәрен аңлатҡас, өйгә сабыйын күтәреп, килен балаҡай ҙа килеп керә. Әбей сабыйҙы ҡарағас та: "Тыуған саҡта зыян килтергәндәр", — тип һылап-һыйпап, үҙе белгән доғаларын уҡып, малайҙы иҙәнгә баҫтыра. Һәм... Ғәжәп! Барыһын да аптыратып, бала төп-төҙ баҫып атлап китә. Шатлыҡтары күҙ йәше булып түгелә. Баштан уҡ килергә риза булмаған килен әбекәйҙе ҡосаҡлап, үбеп ала, мең рәхмәт әйтә, күҙ йәштәрен тыя алмай.
Ә бит, Фәниә ханым әйтеүенсә, халыҡ табибы ошо сабыйҙың атаһына ла ярҙам иткән. Баһадирҙай егет бәләгә тарығас, ҡырҡ көн буйы дауаханаларҙа ятып та, бер ниндәй фәтүә булмай. Диагноз да ҡуйыуы ауыр. Тәүҙә операция яһарға тип әйтһәләр ҙә, аҙаҡ кире уйлайҙар. Ашай ҙа алмай, ҡоҫа, ҡаҡ һөйәккә ҡала. Тап шул ваҡытта Фәниә ханым үҙенең сире менән ярҙам һорап Ольга Ивановнаға мөрәжәғәт иткән була.
— Хәлең ҡурҡыныс түгел. Бөтәһе лә һәйбәт булыр. Ә бына малайыңды иртәгә үк миңә килтер, — ти дауалаусы. Фәниә аптырап китә. Улы хаҡында һөйләмәгәйне лә баһа!
— Иртәгә үк килтермәһәң, балаң харап була, — тип ҡат-ҡат әйткәс, ҡатын ашығып ҡайтып китә.
Ана шулай имсе — әлеге сабыйҙың атаһын да аяҡҡа баҫтырған кеше ул.
— Әгәр уға килтермәгән булһаҡ, аҙағы фажиғәле бөтәсәген һөйләгәс, йәндәребеҙ өшөп китте. Бала юғалтыуҙан да ҙурыраҡ хәсрәт бармы икән әсә өсөн, — тип мең рәхмәт уҡый Фәниә һәм ике лә уйлап тормай ҡулындағы аҫылташлы балдағын сисеп тоттора, сөнки әлеге мәлдә уның балаһын аяҡҡа баҫтырған өсөн ризалатырлыҡ аҡсаһы ла булмай.
— Ете йыл интегәсәкһең әле һин аҡсаһыҙлыҡтан, — ти әбей. — Шунан һуң бөтәһе лә арыуланасаҡ. Ә улыңды алда һәйбәт тормош көтә: етеш йәшәр, балалары күп булыр, ти.
Ана бит, юрағаны юшҡа сыҡты. Хәҙер бәһлеүәндәй кәүҙәле улы, үҙ эшен асып, матур йәшәп ята, өс бала атаһы. Килене лә һәйбәт. Шөкөр.
Кем ул Ольга Ивановна? Ундайҙар хаҡында халыҡ табибы тиҙәр. Архангел районының Ҡалташ ауылында Анастасия Кузьминична менән Иван Николаевич Жарковтарҙың биш балаһы араһында икенсе булып донъяға килгән. Өләсәһе Матрена Кирилловна тирә-яҡҡа даны таралған дауалаусы булған. Алыҫтан өмөт бағлап килгән сирлеләргә ярҙам иткән. Ошондай һәләт бер быуын аша ейән-ейәнсәрҙәргә күсә тигәндәре дөрөҫтөр, күрәһең. Оля ла бәләкәй сағынан тәненә алюмин ҡалаҡтарҙы йәбештереп, иптәштәре араһында "фокус күрһәтеп" йөрөй башлаған. Быны күргән өләсәһе, асыуланып:
— Башҡаса улай итмә, юғиһә үҙеңә күҙ тейер ҙә үлерһең, — тип ҡурҡыта. 18 йәше тулғас та, йәнә бер тапҡыр иҫкәртә ул ейәнсәрен:
— Белгәндәреңде кешегә һиҙҙермә, йә сихырсы тип уйлап ҡурҡырҙар ҙа, кейәүгә лә сыға алмай ҡалырһың...
Юҡҡа борсола Матрена Кирилловна. Оля 21 йәшендә Ҡырмыҫҡалыла милиция бүлеге командиры булып эшләүсе, бына тигән башҡорт егете Вәсим Ҡоҙаҡовҡа тормошҡа сыға. 48 йыл бергә татыу йәшәйҙәр, ике ҡыҙ, ике малай тәрбиәләп үҫтерәләр. Өләсәһе яҡты донъя менән хушлашыр алдынан ейәнсәрен янына саҡырып ала ла: "Белгәндәремде һиңә тапшырып ҡалдырам. Минең эшемде дауам итерһең, тик 40 йәштән һуң ғына дауалай башларһың", — тип васыят әйтә.
— Ҡасандыр өләсәйемдән дауа алған Александр исемле ир, 86 йәшкә етеп, донъялыҡтан китте. Алексеевка ауылынан ине. Миңә лә килгәне булды. "Матрена Кирилловна шәп дауалай ине!" тип һоҡланыуын белдерҙе, — ти Ольга Ивановна.
Хәҙер ул үҙе лә 80 йәште уҙған. 41 йәш тулғас та кешеләрҙе дауалай башлай. Шулай итеп, бына 40 йыл инде, өләсәһе һымаҡ, ярҙам өмөт итеп килгән сырхауҙарҙы ҡулынан килгәнсә һауыҡтырырға тырыша.
— Көнөнә өс-дүрт кешенән артыҡ ҡабул итмәйем. Олоғайҙым да. Арыта. Сирлеләрҙе алдағым килмәй. Башҡа ваҡыт килегеҙ тип әйтәм, — ти халыҡ табибы. — Балалар менән килгәндәрен, әлбиттә, кире бормаҫҡа тырышам. Церебраль фалиж менән ауырып, йөрөй алмаған 30-ҙан ашыу сабыйҙы аяҡҡа баҫтырҙым. Хәҙер барыһы ла йүгереп йөрөй, иншалла.
Шикләнеп, ышанмай килгән кешеләрҙе лә әллә ҡайҙан белеп тора. Өйөнә инмәҫ борон уҡ һиҙә. Йөҙөнә ҡарағас та, кемдең кемлеген тоя. Ундай "ҡара энергиялы"ларҙы ҡабул итмәҫкә тырыша. Аҙаҡ шундайҙарҙан һуң үҙе сирләп китә. Шуға ҡайһы ваҡыт. "Ауырыйым, ҡарай алмайым", — тип баш тартып та ҡуя. Ә инде: "Дауаһы өсөн күпме аҡса бирәйем икән, шунса бирһәм, күп булмаҫмы?" — тип ингәндәрен дә тоя әбей.
— Ундайҙар һаранлыҡ сиренән яфалана. Ә ул сирҙе мин дауаламайым, — ти ул. — Минең өсөн аҡса мөһим түгел. Бер мәл, иптәшем иҫән саҡта әле, Министрҙар Советы дауаханаһына барҙыҡ. Шунда бер оло йәштәге ир һыҙланыуға түҙмәй, сиратта саҡ баҫып тора. Ҡулы шешеп сыҡҡан. Ҡарап торҙом да, йәлләп: "Дарыухананан вазелин алып килһәгеҙ, ҡулығыҙҙы ҡарар инем", — тинем. Был миңә аптырап ҡараны, шулай ҙа йомошомдо үтәне. Ҡулын һылап-һылап сыҡҡан быуынын урынына ултыртыуға, яныбыҙға халыҡ йыйылып киткән. "Һеҙ ҡайҙа йәшәйһегеҙ? Адресығыҙҙы әйтегеҙ, мин умарта тотам, бал килтереп китермен", — ти теге ир. "Юҡ, мин йыраҡ торам", — тип адресымды ла әйтмәнем. Уның һыҙланыуҙан ҡотолоп, шатланыуы, рәхмәт уҡыуы үҙе ҙур бүләк ине. Иптәшемдең йомошо бөткәс тә йәһәтләп сығып китеү яғын ҡараныҡ.
Имсе ҡулын буш итергә ярамағанын да белә Ольга Ивановна. Пенсияһы ла күп түгел, ҡышҡылыҡҡа утынын да хәстәрләргә кәрәк. Һәр кемдең хәленә ҡарап, күпме бирһә лә риза булып ала.
Үҙе хаҡында гәзиткә яҙырға теләгемде белгәс, бик үк риза ла булманы инәй. "Һеҙҙең яҙғанды уҡып, күпләп килә башлаһалар, нишләрмен? Йәшем дә оло бит", — тип борсолоуын белдерергә ашыҡты. Шуға ла: "Ниндәй сирҙән ярҙам итәһегеҙ?" — тигән һорауға ла: "Бөтәһен дә һанап сыҡмайым, юғиһә бөтөнләй тынғылыҡ булмаҫ", — тине. Шулай ҙа Өфөнән бик һирәк сир — Бехтерев ауырыуы менән яфаланған кешенең бынан ун йыл элек килеп шифа табыуын әйтте. Балаларҙың тотлоғоуын дауалай, быума сиренән ҡайтара. Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары менән йыш мөрәжәғәт итәләр. Ирҙәр ауырыуынан, умыртҡа һөйәге бүҫеренән, баш менән яфа сигеүселәр ҙә Ольга Ивановнаның доғалары һәм имле ҡулдарының шифаһын таба.
— Һеҙ үҙегеҙҙең дауалауға һәләтегеҙҙе берәйһенә тапшыра алаһығыҙмы? — тип һораным аҙаҡтан.
— Даша исемле ейәнсәрем бар. Уға хәҙер 22 йәш. Бындай һәләткә эйә булыр өсөн Инжилдағы доғаларҙы төп нөсхәһендә уҡый белергә тейеш. Даша әлегә боронғо славян телен белмәй. Бәлки, киләсәктә өйрәнер, әйтә алмайым, ваҡыт күрһәтер.
...Беҙ барғанда Ольга Ивановнаның ихатаһына инә торған ҡапҡа шар асып ҡуйылғайны. Минең үтенесемде йыҡмай, инәй менән таныштырыусы Фәниә ханым: "Тимәк, ул бөгөн кешеләрҙе ҡабул итә", — тип ҡыуанып өйгә ҡарай атланы...