Вертолет ҡолаған16.07.2013
Томск өлкәһендә Ми-8 вертолеты һәләкәтендә Башҡортостандан ике кеше зыян күргән.
Авария 14 июлдә була. 14 пассажир һәм өс экипаж ағзаһы ултырған вертолет һауаға күтәрелгәндән һуң ҡайтанан ергә ултырырға мәжбүр була. Төшөү менән ул ҡабырғаһына ята. Һөҙөмтәлә 15 кеше имгәнә. Зыян күреүселәр Омск өлкәһенең Тара ҡалаһындағы дауаханаға килтерелә.
— Әле 10 пассажир дауалау ойошмаһында ҡалдырылды, ҡалған бишәүһе амбулаторияла дауаланасаҡ, — тип хәбәр итте Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Томск өлкәһендәге баш идаралығы хеҙмәткәре подполковник Владимир Василенко. — Улар араһында Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһынан Искәндәр Вәлимов һәм Ишембай районының Әхмәр ауылынан Руслан Заһиҙуллин бар. Улар Томскиға амбулатор дауаланыуға оҙатылды.
Дауаханалағы дүрт кешенең хәле ауыр, алтауһыныҡы — уртаса.