Мутлыҡ асыҡланған16.07.2013
Киров өлкәһенең Эске эштәр министрлығы идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, “Киров транспорт предприятиеһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке генераль директоры Сергей Шулаев айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләнә.
Тәфтиш һөҙөмтәләре буйынса, ул үҙенең предприятиеһына 8 миллион һумлыҡ зыян килтергән. 2010 йылда “Киров транспорт предприятиеһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Башҡортостан троллейбус заводы араһында беҙҙә етештерелгән 15 троллейбусты 80 миллион һумға һатыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ысынбарлыҡта уларҙың бишәүһе генә яңы, ә ҡалған уныһының кузовы ғына яңы, ә агрегаттары файҙаланылған була.
Башҡортостан троллейбус заводында быйыл апрелдә етәкселек яңырҙы. Йәмғиәттә хәбәр итеүҙәренсә, 2010 — 2012 йылдарҙа етәксе булған Игорь Нечипоренко бөгөн унда эшләмәй. Ул етәкселек иткән осорҙа килемле эшләгән предприятие банкротлыҡ сигенә барып етә яҙа. Әле генераль директор вазифаһын Сәйет Закиров биләй.
— Бөгөн заводта хәлдәр яҡшыра. Закиров етәкселеге аҫтында юғалтҡан бейеклектәрҙе кире яуларға тырышабыҙ. Элек килемле эшләнек, — тине троллейбус заводының генераль директоры урынбаҫары Наталья Комлева.