“Йәнле ауыл”да эшһеҙҙәр булмаясаҡ16.07.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттә оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда Ауырғазы районында тормошҡа ашырылған “Йәнле ауыл” проекты тәҡдим ителде.
Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Марат Ишемғолов кәңәшмәлә проекттың барлыҡҡа килеүе, уның киләсәге, тормошҡа ашырыу юлдары, ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар хаҡында һөйләне.
— Беҙ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы тотороҡло үҫтереү өсөн иҡтисади, хоҡуҡи, мәғлүмәти һәм ойоштороу йәһәтенән ыңғай шарттар тыуҙырабыҙ, — тине ул. — Быларҙың барыһы ла халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү, ауылда тауар етештереүҙе арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Белгестәрҙең фекеренсә, проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы продукцияһы күләме йыл һайын 5 процентҡа, район ҡаҙнаһына һалым кереме 3 процентҡа артасаҡ, социаль көсөргәнешлелек кәмейәсәк.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ауырғазыларҙың башланғысын ыңғай баһаланы.
— Барығыҙҙы ла Ауырғазы тәжрибәһен өйрәнергә һәм үҙләштерергә саҡырам, — тине республика етәксеһе.