Баш ҡалалағы юл-төҙөлөш лабораторияһы нимә менән мәшғүл?Республика юлдары, яҙ һайын ремонтлауҙарына ҡарамаҫтан, һаман да ҡәнәғәтләнерлек түгел әле. Шуға ла быйыл Президент Рөстәм Хәмитовтың башланғысы менән Өфөлә асфальттың сифатын тикшереүсе лаборатория булдырылды. Бөгөн баш ҡала урамдары ни хәлдә, юлдағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ ямауҙарҙың берәй ҡасан аҙағы булырмы? Лаборатория иңенә ниндәй эш йөкмәтелгән, белгестәр юл сифатын ниндәй күрһәткестәр буйынса баһалай? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыр өсөн уның хеҙмәткәрҙәре менән тикшереүгә бергә сыҡтыҡ.
Ысынлап та, юл төҙөүселәрҙең эш һөҙөмтәһен тикшереүгә ихтыяж күптән тыуҙы, ни тиһәң дә, сит илдәрҙә бындай лабораториялар электән бар. Бына, ниһайәт, Өфөлә лә ҡала юл-төҙөлөш лабораторияһы эш башланы. Сәбәбе лә билдәле: йыш ҡына юлсыларҙың бөгөн һалған асфальты иртәгәһенә автомобиль үтә алмаҫлыҡҡа әйләнә, йәғни яңынан-яңы ямауҙар, хатта ҡайһы саҡ төҙөкләндереү ҙә кәрәк була. Ә бит ошо юлдарҙы һалыу өсөн дәүләт
ҡаҙнаһынан (йәғни шул иҫәптән һеҙҙең менән беҙҙең кеҫәнән) миллиондарса һум сарыф ителә!
Лаборатория етәксеһе Василий Ивлев менән килешелгән ваҡытта – иртәнге сәғәт 9-ҙа уҡ тикшерелергә тейешле юл биләмәһенә, Өфөнөң Затон биҫтәһендәге Әхмәтов урамына, юлландыҡ. Һиҙеп торабыҙ: белгестәр ошо көн дауамында ғына бер нисә урында булырға тейеш. Иртә ҡуҙғалыуыбыҙҙың сәбәбе шул ине.
Етәксе һөйләүенсә, лаборатория эш башлаған мәлдән ҡала буйынса өс йөҙҙән ашыу өлгө (материалдың анализға тигән өлөшө) алынған икән. Әйткәндәй, бында һалынған юлдың сифатын ғына баһалап ҡалмайҙар: төҙөлөштә ҡулланылған бөтә материалдар – тупраҡ ҡатламы нигеҙе, ҡом, ҡырсынташ ҡатнашмаһы, асфальт бетоны үҙе – һәр йәһәттән ентекләп тикшереү үтә. Шулай уҡ юлдың һәр ҡатламының өлгөһө лабораторияға оҙатыла. Асфальт ҡатламы талаптарға яуап бирмәһә, ул юл төҙөүселәр тарафынан шунда уҡ урында төҙәтелә (мөмкин булған осраҡта). "Мәҫәлән, быйыл юлдарҙа барлыҡҡа
килгән соҡорҙарҙы ямау мәлендә байтаҡ асфальттың сифаты тикшереү үтмәне. Әлбиттә, ундай эш өсөн бер кемгә лә түләнмәйәсәк. Яуапһыҙ подряд ойошмаларына ҡала етәкселеге тарафынан башҡаса заказ да бирелмәйәсәк. Үҙ бурысын юғары кимәлдә башҡарыусылар ғына эшләүен дауам итәсәк", – тип һөйләне белгес. Ә тикшереүгә йүнәлтелгән өлгөләрҙең яҡынса 30 проценты талапҡа яуап бирмәй икән.
Быны булдырмаҫ өсөн подряд ойошмаһы эште башлар алдынан юлды төҙөкләндергәндә ҡулланыласаҡ материалдарҙың исемлеген, улар буйынса бөтөн документацияны тикшереүгә тапшыра. Аҙаҡ иһә заводта юл ҡатламының өлгөһө әҙерләнә һәм лабораторияла ентекле тикшереүҙән һуң ғына раҫлана. Артабан, юлда ремонт эштәре башланғас та, белгестәр даими рәүештә уның сифатын тикшерә әле. Әйткәндәй, ҡала юл-төҙөлөш лабораторияһы фонтан, һәйкәлдәрҙәге бетон сифатын да күҙҙән ысҡындырмаҫҡа тейеш. Хәҙер йорт ихаталарында башҡарылған капиталь ремонттың, яңы төҙөлгәндәренең эргә-тирәһендәге асфальттың сифатын да улар ҡабул итеп ала.
Был иртәлә лаборатория хеҙмәткәрҙәре Затон биҫтәһендәге Әхмәтов урамының яңыртылыусы өлөшөнән бер нисә өлгө алды. Асфальт ҡатламы юлдың һәр яғында ла бер үк ҡалынлыҡта булырға тейеш. Быраулаусы махсус ҡорамал ярҙамында уның бер нисә өлөшөн киҫеп сығарыу, әлбиттә, белгестәрҙән физик көс тә, ваҡыт та талап итә. Ошо уҡ урында бетон ҡатнашмаһының өлгөһө лә алынды. Василий Ивлев аңлатыуынса, уларҙың сифаты тураһында һығымта ике көндән яһаласаҡ. Әйткәндәй, юлды "Автодорстрой" ойошмаһы төҙөкләндерә, шуғалыр уларҙың вәкиле лә бында ине.
Әлбиттә, лабораторияның мөмкинлеге етәһе – ул тикшереү эше өсөн кәрәкле бөтә ҡорамал менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, заманса технологиялар ярҙамында юлдың эҫе менән һыуыҡты, ямғырҙы нисек кисерәсәген белергә була. Бында асфальтта колея барлыҡҡа киләсәк ваҡытты билдәләү өсөн Германияла сығарылған махсус ҡорамал да бар. Ғөмүмән, белгестәр юл төҙөлөшөндә ҡулланылған бөтә материалдарҙың да сифатын һынау мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, лабораторияла башҡарылған бөтә тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәләре дөйөм архивҡа тупланып бара.
Беҙҙең иғтибарыбыҙҙы бер яҡ ситтәрәк ятҡан Германия асфальтының өлгөһө йәлеп итте. Әммә, етәксе белдереүенсә, сит илдәрҙәге талаптар беҙҙекенән айырыла. Өфө юлдарына, хәйер, ошо асфальттың сифатына тиңләшеү өсөн камиллашаһы ла камиллашаһы әле. Ләкин немецтарҙыҡынан ҡалышмағандары ла юҡ түгел. Тимәк, әгәр ошондай лабораториялар һөҙөмтәле эшләһә, тиҙҙән беҙҙең юлдар ҙа сит илдәге кеүек йылдар дауамында көҙгөләй ялтырап ятасаҡ.