Оло эштең башы ғына әле...16.07.2013
Оло эштең башы ғына әле...Ҙур түрәләр, ғәҙәттә, эшкә бик иртә килә. Шуны хәтерҙә тотоп, Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Павел Мехоношинға иртәнге 8-се яртыла уҡ юлландым. Бинаға кергәндән алып башлыҡтың кабинетына еткәнсе берәү ҙә осраманы. Урамдан теләһә кем инеп китә ала, тимәк. Мин дә шулай эшләнем. Хеҙмәткәрҙәргә эш башларға әле иртәрәк, әлбиттә, ләкин ни өсөндөр бөтөн райондан бер кеше лә йомош менән килмәгән икән? Башҡа “Йә Балаҡатайҙа хәл ителмәгән бер проблема ла ҡалмаған, йә бында берәү ҙә үҙ мәсьәләһе менән килергә теләмәй” тигән фекер үҙенән-үҙе килә. Ләкин хакимиәт башлығына йомошом икенсе ине.

— Павел Иванович, 2011 йылдың 11 ноябрендә республикабыҙ Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарын 2011 — 2015 йылдарға социаль-иҡтисади үҫтереүҙең урта оҙайлыҡтағы комплекслы программаһын ҡабул иткәйне, — тип мөрәжәғәт иттем уға. — Был программа ысынлап үтәләме, әллә ҡағыҙҙа ғынамы?
Башлыҡ шунда уҡ яуап бирергә ашыҡманы, бер аҙ уйлағас, былай тине:
— Хәрәкәт бар инде ул, нимәләрҙер эшләнә. Күп ғәмәлдәрҙе башлап ҡына торабыҙ йәки башларға йыйынабыҙ, тиҫтәләрсә йыл буйы социаль-иҡтисади яҡтан артта ҡалған төбәктең үҫешен тиҙләтеү анһат түгел, әлбиттә. Төп иғтибар ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелә. Байтаҡ йыл элек ташландыҡҡа әйләнгән баҫыуҙарҙы эшкәртә башланыҡ. Хәҙерге көнгә өҫтәмә рәүештә биш мең гектар ерҙе әйләнешкә индерә алдыҡ. Әле беҙ күршеләге Салауат, Ҡыйғы райондарына ҡарағанда күберәк сәсәбеҙ. Ауыл хужалығы техникаһы күп йылдар буйы яңыртылмағайны, былтыр 81 берәмек техника һатып алдыҡ, быйыл да шул эште дауам итергә ниәтләйбеҙ. Беҙҙә һауа шарттарының ҡырыҫ булыуы бөтәһенә лә мәғлүм. Июндә, мәҫәлән, ҡырау төшөү арҡаһында тупраҡ та минус 5 градусҡаса туңған осраҡтар булғыланы. Был иһә иген һәм башҡа ҡайһы бер ауыл хужалығы культураларын үҫтереү шарттарын насарайта. Ә бына мал аҙығы әҙерләү мөмкинлеген файҙаланырға бурыслыбыҙ. Беҙ тәүҙә мал аҙығы базаһын киңәйтергә, уңышын арттырырға, артабан шуның нигеҙендә малсылыҡты үҫтереүҙе тиҙләтеп алып китергә планлаштырабыҙ.
— Район үҙәгендә сифатлы продукция етештереүсе һөт эшкәртеү заводы булыуын хәтерләйем, ул хәҙер ниндәй хәлдә?
— Күптән инде юҡ. Яңы һөт эшкәртеү предприятиеһы төҙөүҙе маҡсатҡа ярашлы тип тапмайбыҙ, сөнки сеймал базаһы етерлек түгел. Эшкәртеү тармағынан Ямаш ауылында мал һуйыу цехы ғына бар.
— Һеҙҙең район территорияһының яртыһы самаһын урман биләй...
— Эйе, тап шуға күрә лә үҫештең тағы бер йүнәлеше – ағас эшкәртеү. Әлегә ул таҡта бысыуға, күмер етештереүгә һәм предприятиелар өсөн ағас баҫмалар яһауға ҡайтып ҡала.
— “500 ферма” программаһы һеҙгә ҡағыламы?
— Әлбиттә. Шул программаға ярашлы Иҫке Балаҡатайҙа бер ферма яңыртылды, ул йәйләүҙән ҡайтҡан малды ҡабул итергә әҙер ҙә инде. Тағы бер фермаға реконструкция үткәреләсәк.
— Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондарынан, йәғни төньяҡ-көнсығыш төбәктән, эшсе ҡулдар элек-электән ситкә китте...
— Хәҙер ауыл ерендә эш урындары тағы ла аҙыраҡ булыуы һис кемгә сер түгел. Беҙҙең райондан мең ярым кеше ситтә — Себерҙә, ҙур ҡалаларҙағы төҙөлөштәрҙә — эшләй. Был аңлашыла ла: ауыл ерендә эш хаҡы ҡаланыҡынан былай ҙа ҡайтыш булһа, беҙҙең төбәктә ул тағы ла түбәнерәк. Ситтә эшләү үҙен аҡламай тип уйлайым, сөнки ир кешенең алып ҡайтҡан аҡсаһы бер ҡарауҙа ғына күп һымаҡ тойола, ә ғәмәлдә иһә, был сумманы 12 айға бүлһәң, ауылда механизатор алған эш хаҡы кеүек кенә булып сыға түгелме? Уның ҡарауы, ғаиләһе, шәхси хужалығы айҙар буйы ир ҡулынан мәхрүм. Ә үҙебеҙҙә яңы эш урындары булдырыу төбәкте үҫтереү программаһына бәйле, был документ төньяҡ-көнсығыш төбәктә кәмендә 7 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Шул иҫәптән бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарында мәшғүллекте арттырыу планлаштырыла — әле был күрһәткес эшләүселәрҙең дөйөм һанының 27 процентын тәшкил итһә, программа уны 40 процентҡа еткереүҙе күҙаллай.


Вернуться назад