Телеңде йоторлоҡ!24.12.2011
Телеңде йоторлоҡ!“Арҡайым” салаты

Был тәмле салат ҡатлы итеп әҙерләнә. Һәр ҡатына майонез яғыла.
Һай тәрилкәгә иң тәүҙә бер банка маринадланған бәшмәктәрҙе ваҡ ҡына итеп турап теҙеп сығырға кәрәк. Икенсе ҡатына туралған ике баш һуған, өсөнсөһөнә — ҡырылған йәки туралған өс картуф, дүртенсеһенә — ваҡ итеп туралған ыҫланған бер тауыҡ бото, бишенсеһенә — ҡырылған дүрт йомортҡа, алтынсыһына — 150 грамм ҡырылған голланд сыры, етенсеһенә төйөлгән грек сәтләүеге һалына.
Шулай итеп, салат әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын тиергә генә ҡала.

Телеңде йоторлоҡ!Еләк-емеш салаты

Был салатты әҙерләү өсөн өс алма, бер груша, бер әфлисун, бер мандарин, ике-өс аш ҡалағы үҫемлек майы, сирек лимон, бер бал ҡалағы шәкәр ҡомо алырға кәрәк.
Еләк-емеште яҡшылап һалҡын һыуҙа йыуабыҙ, ҡабығын әрсейбеҙ. Барыһын да, үҙәгендәге орлоҡтарын алып ташлап, киҫәкләп турайбыҙ һәм тәрилкәгә һалабыҙ.
Еләк-емешкә табынға ҡуйыр алдынан май һәм лимон кислотаһы ҡушылған шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Артабан барыһын да салат һауытына өйөп һалабыҙ, өҫтөнә бик йоҡа, йәғни туҡмас кеүек туралған әфлисун ҡабығы өҫтәйбеҙ. Салатты шул уҡ емештәр менән биҙәйбеҙ. Бешкән ҡара емеш, йөҙөм, еләк менән дә матурларға мөмкин.
Йыл миҙгеленә ҡарап, төрлө емеш (абрикос, айва, ҡайын еләге) ҡулланырға була, ләкин алма салатта һәр ваҡыт булырға тейеш.


Вернуться назад