Сәләм менән осар хаттар ҡайҙа?13.07.2013
Заман булғас, ул үҙгәрмәй тормаҫ инде. Әҙәм балаһының аҡылы ҡояштың сығышын-байышын үҙгәртә, елдәр юлына шаршау ҡора алмаған хәлдә лә, йылғаларҙың ағышын отороға борорға, тауҙарҙы күсерергә генә етә. Ана бит, ҡулында әмәле булған кешеләр океан аръяғындағы таныштары менән күршеһе ише генә күҙгә-күҙ текләп һөйләшә. Бер-береһенән меңдәрсә саҡрымда йәшәүсе ғалимдар, фекерҙәре менән көн дә тиерлек уртаҡлашып, бергәләшеп китаптар яҙа. Уйлай китһәң, донъя йөҙөн күҙгә күренмәгән ау сорнап алды, үҙебеҙ ҙә аңғармаҫтан, дөйөм бер закондарға буйһоноусы, шәхсән тормошобоҙҙан яҙған глобаль йәмғиәт ағзалары булып киттек.

Ә мин, бер ҡатлы кеше, "Хат башы, яҙ ҡаршы" тигән һүҙҙәр менән башланған сәләм-хаттарҙы, "лети с приветом, вернись с ответом" тип ҡәтғи талап ҡуйылған конверттарҙы һағынам... Уҙып барған тормоштоң да, һары һағышлы эңерҙәре менән бергә ҡыуаныслы алһыу таңдары ла була шул.
Бәйләнеш саралары үҙгәреү генә кешеләр араһында һәр даим хәбәрләшеү ихтыяжын инҡар итмәй. Йорттарҙа стационар телефон аппараттарының һәм һәр кемдең тиерлек кеҫәһендә бихисап маркалы "трубкаларҙың" булыуы, әлбиттә, элемтә системаһында функциональ үҙгәрештәргә килтерҙе. Шул уҡ ваҡытта почта хеҙмәтенә йөкмәтелгән бурыстар ҙа еңеләймәне лә, әһәмиәтен дә кәметмәне. Почтальондар муҡсаһы хәҙер хәтһеҙ бушаны тип раҫлауҙарға ҡарамаҫтан, халыҡтың күпселек өлөшөнә гәзит-журналдар, пенсия, телеграммалар, хәбәр биреү ҡағыҙҙары (извещение) һәм бүтән иҫәбенә сыҡмаҫлыҡ документтар килтереп тороу әүәлгесә улар иңендә. Хатта ҡалала йорттан йортҡа, подъездан подъезға, көндән-көн йөрөгән ҡыҙҙарҙы (ә почтальон эше ир-аттың күпселегенең дөбөрөнән килмәй) күрәһең дә, почта хеҙмәтенең төпкөл асылының үҙгәрешһеҙ ҡалыуына инанаһың.
Почтальондың эше нәфис әҙәбиәттә һәм кинофильмдарҙа күпселек осраҡтарҙа лирик мөхиттә, романтик буяуҙар менән солғап һүрәтләнә. Һил замандарҙа уның йорт эргәһенә килеп-китә йөрөүенә әллә ни илтифат итеп бармаһаҡ та, яу йылдарында почтальондың урамда күренеүе күңелдәргә йә өмөт биргән, йә ҡайғы алып килгән. "Открывайте скорей — почтальон у дверей..." йә иһә: "Араларҙың алыҫлығын кем яҡынайта?" Хәтерләнегеҙме? Йырға һалырлыҡ булғас, беҙҙең ауылда өлкәндәр әйтмешләй, "бушта" көнитмешебеҙҙең уртаһында ҡала бит инде.
Әлбиттә, почта хеҙмәтенең гәзит-журнал йә иһә хат-телеграммалар ташыу менән генә сикләнмәгәнен яҡшы аңлайбыҙ. Үҙгәрә барыусы тормош, яңы иҡтисади шарттар һәм мөнәсәбәттәр почтальондар иңенә көтөлмәгән, уларҙың вазифа үҙенсәлектәренә хас булмаған бурыстар ҙа һала. Ғөмүмән, "Рәсәй почтаһы" федераль дәүләт идаралығы ла, уның төбәктәрҙәге филиалдары һәм урындарҙағы бүлексәләре лә үҙ эшмәкәрлегендә, матбуғатты халыҡҡа ваҡытында һәм теүәл еткереүҙән ситләшеп, коммерция структураһына әүерелә бара. Төп йүнәлештең үҙгәреүе почта хеҙмәтен матбуғаттың уҙаҡташы булыу бурысынан арындыра; гәзит-журнал редакциялары хәҙер почта өсөн табыш алыу сығанағына ғына әүерелә. Ни сәбәпле? Әллә беҙ һаман почта менән матбуғатты әҙерләүселәр араһында тиҫтәләрсә йылдар йәшәп килгән традицион мөнәсәбәттәр шауҡымынан арына алмайбыҙмы? Йәшерен-батырыны юҡ, элегерәк матбуғат органдары етәкселәре почта хеҙмәткәрҙәрен гәзит-журналдарҙы ташып йөрөүсе ярҙамсылары итеп күрә ине. Почта хеҙмәтләндереүе өсөн хаҡты билдәләгәндә төп фекер мөхәррирҙәрҙә, уларҙан да бигерәк, директив органдарҙа булды. Артабан, почта хеҙмәтләндереүе бюджет ярҙамынан яҙа барҙы, матбуғат редакциялары менән почта араһындағы мөнәсәбәттәр үҙгәрҙе. Был үҙгәреш почта хеҙмәте етәкселәренә матбуғатта эшләүсе коллегаларының хәле өсөн ауырһыныу тойғоһо ғына килтерһә, журналистар, ә иң мөһиме — гәзит-журнал уҡыусылар өсөн оло хафаға әүерелде.
Беҙ бер хәҡиҡәтте һис оноторға тейеш түгелбеҙ: почта хеҙмәтендә төрлө структура үҙгәрештәре барамы, штат ҡыҫҡарамы, редакцияларҙа журналистарҙың матди һәм көнкүреш мәсьәләләре киҫкенләшәме, был эске проблемалар почта хеҙмәтләндереүендә лә, гәзит-журналдарҙың йөкмәткеһендә лә сағылыш табырға тейеш түгел. Почтаның коммерцияға баҫым яһауы ла, гәзиттәрҙең, мәҫәлән, матди хәлен еңеләйтеү зарурлығынан, реклама, иғландар менән мауығыуы ла төп маҡсат — матбуғаттың сифаты һәм уҡыусыға көнөнөкө көнөнә барып етеү хаҡына тормай.
Гәзиттәрҙең күләме, форматы, сығыу йышлығының үҙгәреүе йәнә лә матди шарттарҙың ҡырыҫлана барыуы менән бәйлелер. Был шауҡым хатта олигархтар ҡулында булған дөйөм милли баҫмаларҙы ла урап үтмәне. Әммә шуныһы, элегерәк аҙнаға ике-өс тапҡыр сыҡҡан гәзит хәҙер бер мәртәбәгә генә ҡала икән, унда баҫылған хәбәрҙәрҙең оперативлығы тураһында оноторға тура килә. Ғөмүмән, аҙналыҡ көндәлек гәзиттәрҙән жанры, уҡыусыһы, тәғәйенләнеше йәһәтенән ныҡ ҡына айырыла. Әйткәндәй, гәзиттәрҙең мәртәбәһе яңылыҡтарҙы уҡыусыһына мөмкин ҡәҙәр тиҙерәк еткереү менән дә баһалана. Коммуникация саралары ныҡ үҫешкән хәҙерге заманда гәзиттәр тиҙлек буйынса, миҫалға, телевидение менән ярыша алмай, әммә көн дә сыға торған гәзит өсөн оперативлыҡ барыбер мөһим талап булып ҡала.
Ошо юҫыҡта почта хеҙмәте журналистарҙың төп союздашы булырға тейеш тә бит, сөнки улар тырышып сығарған гәзит почта бүлексәләрендә йә почтальондың өйөндә тәүлектәр буйы хәрәкәтһеҙ ятһа, редакцияларҙың көсөргәнеүенән ни фәтүә? Өфөнөң үҙәк урамдарының береһендә йәшәүсе миңә хатта "Башҡортостан" йә төштән һуң ғына килеп етә, йә иһә етмәй ҙә ҡуя. "Өфө-матбуғат" киосктарында, "Аҙна" менән "Атна" гәзиттәрен иҫәпләмәгәндә, башҡорт һәм татар телле баҫмалар бик аҙ. Ғөмүмән, "Өфө-матбуғат" предприятиеһы, үҙ тәғәйенләнешенән ситләшә барып, ҡәҙимге галантерея киосктарына әүерелә. Әгәр беҙ уҡыусының зауығын урамдарҙа тәҡдим ителә торған төҫлө, әммә йөкмәткеһеҙ журналдар ҡарамағына ҡалдырһаҡ, уның интеллекты тураһында оноторға мөмкин. Хатта бюджет аҡсаһына нәшер ителеүсе күп кенә баҫмалар ҙа уҡыусыға тәрбиә, юғары зауыҡ, зыялылыҡ, фәлсәфәүи фекер еткереү урынына төрлө имеш-мимеш, раҫланмаған тарихтар, күрәҙәлек, им-том ҡулланыу психологияһын тарата. Уҡыусының иғтибарын йәлеп итеү хаҡына гәзит һәм журналдар мәғрифәтте, фекерләү тәрәнлеген, фәнни ҡарашты ҡорбанға бирә. Бындай йүнәлеш халыҡтың ғөмүми мәҙәни хәленә ифрат ҙур зыян килтерә.
Ләкин һүҙҙе почта хеҙмәте тураһында башлағайныҡ бит әле. Илдәге дөйөм тарҡалыу һәм көйләнгән, рәхәтләндереп эшләгән механизмдарҙы ла ҡабаттан яйларға маташыу почта хеҙмәтенә лә ҡағылғандыр. "Оптималләштереү" һүҙе хәҙер ҡаза мәғәнәһен алды. Ауыл ерендә гәзит-журналдарҙы таратыу эшендә редакцияларҙың төп терәге булған почтальондар бер нисә ауылға берәү генә ҡалып бара. Элегерәк, ҡатын кешене өс нәмә — илаҡ бала, иҫерек ир һәм сей утын ҡартайта, тип раҫларҙар ине. Почтальонды иһә хәйерселек сигендәге хеҙмәт хаҡы, алыҫ ауылдарҙы урап үтеү хәстәрлеге һәм транспорттың булмауы хәсрәтләндерә. Почта хеҙмәтенең бөлгөнлөккә төшөүе һәм эшмәкәрлеген икенсе йүнәлешкә бороуы ваҡытлы баҫмаларҙың да ғүмерен ҡыҫҡарта һәм, ахыр сиктә, уҡыусыға хыянат итеүгә килтерә.
...Моңло бер йыр "Хат-хәбәрең юҡ был араларҙа..." тигән хафаланыулы һүҙҙәр менән башлана. Хат һалыу, хат көтөү, һәр иртә гәзиттең яңы номерын ҡыштырлатып асыу ғәҙәте, күрәһең, беҙҙең быуын менән бергә юғалалыр.


Вернуться назад