Беҙҙең ғалимдар — лауреат13.07.2013
Башҡортостандан ике ғалим — Самат менән Ғайсар Мөхәмәтйәновтар — Бөтә Рәсәй иң яҡшы ғилми китап конкурсы лауреаттары булды.

Бындай юғары баһаға улар "Мейенең төҙөлөшө һәм текст өҫтөндә эшләү алымдары" тигән тикшеренеү өсөн лайыҡ тип баһаланды. Лауреаттар сентябрҙә Сочиҙа уҙғарыласаҡ "Вуз фәне аҙналығы" халыҡ-ара фәнни форумына саҡырылды. Унда бәйгелә еңеүселәргә һәм лауреаттарға наградалар тапшырыласаҡ, шулай уҡ "Хәҙерге донъяла юғары белем биреүҙең торошо һәм үҫеш мөмкинлектәре" халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы ойошторола.
Иң яҡшы фәнни китап конкурсы Ватан мәғарифын үҫтереү фонды тарафынан ун беренсе тапҡыр уҙғарыла. Эксперт комиссиялары, 1 267 юғары уҡыу йортонан һәм ғилми-тикшеренеү учреждениеһынан биш мең ғалимдың ғаризаһын ҡарағандан һуң, дүрт номинацияла иң яҡшыларҙы билдәләне. Еңеүселәр һәм лауреаттар араһында ғәмәли, фундаменталь фәндәр өлкәһендәге төп белгестәр бар.
Ҡулланма авторҙары — философия фәндәре докторы, профессор, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Педагогика институты директоры урынбаҫары Самат Мөхәмәтйәнов һәм доцент, медицина фәндәре кандидаты, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, БДМУ клиникаһы табибы Ғайсар Мөхәмәтйәнов 2000 йылда уҡ билдәле башҡорт психологы, профессор Вадим Сафин етәкселегендә текстарҙы үҙгәртеп төҙөүгә бәйле мәсьәләләр менән шөғөлләнә башлай. Уҡыу-методик ҡулланмала уҡыусыларҙың шәхси сифаттары юҫығында текст өҫтөндә эшләүҙең асылы, уҡыу материалын ҡабул итеү үҙенсәлеге ҡарала. Бында текст менән эшләү оҫталығына айырым иғтибар бирелә.
Ғалимдар билдәләүенсә, беҙ текст өҫтөндә эшләү концепцияһын төҙөү, ошондай уҡыу эшмәкәрлеген ойоштороу, ғәмәлгә ашырыу алымдарын булдырыу йәһәтенән дә Европа илдәренән байтаҡҡа артта ҡалғанбыҙ. Шуныһы мөһим: текст өҫтөндә эшләү алымы мейенең мөмкинлеген арттырыу йәһәтенән даими күнекмәләр үткәреү менән бергә бара. Алымдарҙың береһе сифатында һул ҡул менән яҙыу һайлана. Ғалимдар бындай идеяны ике ҡулы менән яҙа белгән Махатма Гандиҙан үҙләштергән. Әйткәндәй, Японияла балаларҙы беренсе кластан уҡ ике ҡул менән яҙырға өйрәтәләр икән. Шулай уҡ бармаҡтарҙың эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн был илдә мәктәп йәшенән скрипкала уйнау практикаға индерелгән.
Ғалимдар аңлатыуынса, бала уң ҡулын күберәк файҙалана икән, мейеһенең уң яҡ ярымшары асылда эшкә йәлеп ителмәй. Әммә тап ошо ярымшар шиғыр, нәфис текст яҙыу, ритм, рифма, музыка һәм картиналарҙы үҙләштереү, йәғни ижади һәләттәр өсөн яуап бирә. Күҙаллауҙар, хыялдар, яҡшы тойғолар ҙа тәү сиратта мейенең уң яҡ яртыһына бәйле. Һул ҡул менән яҙыу мейенең эшмәкәрлегенә генә түгел, кешенең шәхес структураһына йоғонто яһай. Ошо йүнәлештәге даими һәм ныҡышмалы эш индивидтың холоҡ-фиғелен үҙгәртә, әлегә тиклем асылмаған һәләттәрҙе үҫтерә.


Вернуться назад