Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте13.07.2013
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилмөхәмәтов Рәмил Хөрмәт улы, Кинйәғолов Барый Исмай улы, Октябрьский ҡалаһындағы "ОЗНА" акционерҙар компанияһының логистика хеҙмәте начальнигы урынбаҫары Матусевич Данира Рәзиф ҡыҙы, "Башҡортостан Промстройпроекты" проектлау һәм конструкторлыҡ институты директоры урынбаҫары Хәсәнов Вил Вәли улы — "Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн" отличие билдәһе, Яңауыл ҡалаһы хакимиәте башлығы Баһауов Илсур Фәнәүи улы, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы хакимиәтендәге идаралыҡтың бүлек начальнигы Баймөхәмәтова Флүзә Ғәли ҡыҙы, Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының бүлек советнигы Вәлиева Светлана Петровна, "Башкиравтодор" йәмғиәтенең Ауырғазы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы баш инженеры Ғәбитов Рәшит Ғәли улы, Октябрьский ҡалаһындағы "Октябрьсккоммунводоканал" предприятиеһының участка мастеры Гулин Владимир Николаевич, "УралСиб" банкының Стәрлетамаҡ филиалындағы Стәрлебаш ауылы бүлексәһе идарасыһы Дәминова Миңлегөл Миңлебулат ҡыҙы, Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы Өфө ҡалаһы Калинин районы бүлеге начальнигы Ҡамашева Флүрә Сәғит ҡыҙы, Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы Әлшәй, Дәүләкән райондары һәм Дәүләкән ҡалаһы буйынса бүлегенең белгес-эксперты Мәхийәнов Дәфҡәт Саҙрыйхан улы, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең бүлек начальнигы Мостовая Ольга Леонидовна, "Инйәр урмансылығы" учреждениеһы бухгалтеры Шәмсетдинова Әҙилә Мөхтәр ҡыҙы, Бөрө ҡалаһындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән тренер-уҡытыусыһы Ситдиҡов Зөфәр Әғләм улы, Күмертау ҡалаһындағы "АРИС" телерадиокомпанияһының алып барыусыһы Сороко Татьяна Анатольевна, "Башҡортостан" телерадиотапшырыуҙар компанияһы директоры Яҡупов Ғәлим Миңлеғәли улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Бәләбәйҙәге "Автонормаль" заводының генераль директоры урынбаҫары, сифат буйынса директор Зернаев Виктор Александровичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе", "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты" хеҙмәткәрҙәре: Учалы ер аҫты руднигының баш инженеры урынбаҫары Дмитриев Юрий Александровичҡа, "Үҙйылға" руднигының электр механигы Красноперов Сергей Владимировичҡа, "Үҙйылға" руднигы машинисы Күсәйев Салауат Шәғәли улына, шахта төҙөү идаралығының электр слесары Мостафин Фәрит Яҡуп улына, Учалы ер аҫты руднигы машинисы Сверкунов Сергей Николаевичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтеры", байыҡтырыу фабрикаһы машинисы Николаев Сергей Геннадиевичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы", Өфө ҡалаһындағы "Сальвия" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Белов Юрий Алексеевичҡа, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Волик Валерий Ивановичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе", "Башкиргражданпроект" проект институтының генераль директоры урынбаҫары, баш архитектор Александров Роберт Валериевичҡа, "АС-Проект" проект институтының баш архитекторы Повещенко Татьяна Александровнаға — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы", "Башҡортостан социаль карталар регистры" йәмғиәте директоры урынбаҫары Львова Ирина Геннадьевнаға, Республика капиталь төҙөлөш идаралығының план-иҡтисад бүлеге начальнигы Тушова Нина Васильевнаға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы" тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад