Ҡайһы ҡупшыҡайҙы һайларға?24.12.2011
Шыршыһыҙ байрам байраммы ни ул... Хәҙер уның ниндәйе генә юҡ! Ҡайһыһын һайларға?
ЗӘҢГӘР ШЫРШЫ — үҙе матур, үҙе нәзәкәтле, ҡупшы... Өҫтәүенә ул оҙаҡ ваҡыт энәләрен ҡоймай, өйөгөҙҙө йәмләйәсәк.
ЯҺАЛМА ШЫРШЫның төрҙәре күп. Энәләре ҡойолмай, һынмай. Йәшел төҫтәгенән башҡа көмөш, алтын төҫөндәге ялтырауыҡлылары ла бар. Пластмассанан яһалған шыршыны бер нисә йыл буйы файҙаланыу мөмкинлеген дә иҫәпкә алһаң, яһалма ҡупшыҡайҙың өҫтөнлөгө бәхәсһеҙ.
МАХСУС ҺАУЫТТАРҘА ҮҪТЕРЕЛГӘН ШЫРШЫ хуш еҫе менән барыһын да уҙҙыра. Байрам үткәс, уны сүп йәшнигенә ырғытыу мәшәҡәте юҡ, намыҫың да борсомай. Аҙаҡтан уны паркка йә баҡсаға ултырта алаһығыҙ. Ҡиммәтлерәк булһа ла, бындай мәңге йәшел үҫентенең күңелде күтәргес, өйҙө йәмләгес байрам күрке буласағына шик юҡ.