Күршеңдең кемлеген белмәй тороп...13.07.2013
Мәғариф өлкәһенә ниндәй генә яңылыҡ индерелмәһен, милләт-ара дуҫлыҡта, татыулыҡта йәшәү, бер-береңдең тарихын, йолаларын өйрәнеү белем биреүҙең төп нигеҙе булып ҡала. Техника заманы тип, тамырҙарҙы ла белмәй йәшәүҙең ниндәй йәме, әһәмиәте бар?
Ошо хаҡта фекерләште БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы педагогика һәм психология факультетында уҙған йыйында ҡатнашыусылар. Улар бөгөнгө милли мәҙәниәт, мәғариф мәсьәләләренә ҡарата фекерҙәрен белдерҙе, йәштәрҙә башҡа халыҡтарҙың да йәшәйешенә, йолаларына ихтирам тәрбиәләү йәһәтенән ныҡлы эш алып барыу мөһимлеген билдәләне.
Ысынлап та, төрлө милләт вәкилдәре менән ҡатнашып йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ, ә күбебеҙ уларҙың байрамдарын да йүнләп белмәй. Мәҫәлән, йәһүдтәрҙә шәмбенең изге көн икәнлеге, башҡорттоң ҡурайы булған кеүек, сыуаштың шобры тигән уйын ҡоралы барлығы һәр кем өсөн мәғлүмме? "Сит милләттең байрамдары, тарихы миңә нимәгә ул?" — тип ҡаршы сығыусылар ҙа булыр. Әммә, башҡаларҙы һанға һуҡмаһаң, үҙеңде кем хөрмәт итер икән? "Дуҫты милләтенә ҡарап түгел, ә холоҡ-фиғеле, донъяға ҡарашы буйынса һайлау мөһим. Мәғарифты ла ошо юҫыҡта үҫтереү кәрәк", — тигән фекергә килде форумда ҡатнашҡан төрлө быуын вәкилдәре.