Разведчик Фәррух13.07.2013
Яҡташтарымдың, ырыуҙаштарымдың батырлығына ғүмер буйы һоҡланып йәшәнем. Тормош шарттары ауыр булһа ла, йыл аша килгән аслыҡ-яланғаслыҡҡа ҡарамай, илһөйәр булып үҫеүҙәренә, тыуған иле өсөн ғүмерҙәрен аямауҙарына әле лә таң ҡалам. Мырҙалар ырыуынан сыҡҡан мәшһүр батырыбыҙҙың рухы хәҙерге һәм киләсәк быуын яҡташтарыма өлгө булыр тигән маҡсатта яҙам был хәбәремде.
Дан орденының тулы кавалерҙары бөтә ил буйынса ике мең кеше һанала. Башҡортостанда улар 35 булһа, икәүһе Салауат районы егеттәре — Торналынан Петр Пепеляев һәм Мәхмүт ауылынан Фәррух Харисов.
Ул 1918 йылда тыуған. Башланғыс, артабан Арҡауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған. Бер осор Фәррух Малаяҙҙа халыҡ суды сәркәтибе булып эшләй. 1939 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла, Фин һуғышында ҡатнаша. 1940 йылдың көҙөндә I Иҙелбай ҡыҙы Ғәшүрәгә өйләнә. Йәш ғаилә бәхетле генә итеп донъя көтә башлай, ләкин фашистик Германияның мәкерле һөжүме бар өмөттәрен селпәрәмә килтерә: Фәррух Харисов хәрәкәт итеүсе армияға китә. Оҙаҡҡа һуҙылған яу юлында ул күп хәрби һөнәр үҙләштерә: артиллерист, тоҫҡаусы, минометсы, элемтәсе.
1942 йылда, госпиталдән дауаланып сыҡҡас, Ф. Харисов 559-сы артиллерия полкының разведчиктар отделениеһы командиры итеп тәғәйенләнә. Ошондай үтә яуаплы вазифа башҡарып, илебеҙҙең көнбайыш сигенә тиклем барып етә. Яуаплылығы шунан ғибәрәт: разведка төркөмө фашист тылына үтеп инә, дошмандың техникаһы, һалдаттары күпләп тупланған урындарҙың координатын тапшыра. Тапҡыр атылған ут фашистарҙы хафаға һала. Улар беҙҙең развед-төркөмдө юҡ итергә тырыша, снайперҙары совет һалдаттарын сүпләп кенә тора. Хатта үҙебеҙҙән атылған снарядтарҙың да ғүмереңде өҙөүе ихтимал. Шулай итеп, ут мәхшәрендә полктың күҙе-ҡолағы булып, ил сигенә тиклем килеп етә Фәррух. Уның күкрәген Ҡыҙыл Йондоҙ, III һәм II дәрәжә Дан ордендары, бик күп миҙалдар биҙәй.
Ҡыйыу яҡташыбыҙ 1945 йылдың 13 ғинуарында Даугавпилс госпиталендә вафат була, шул уҡ ҡалала хәрбиҙәр зыяратында ерләнә. Обелискта уның исеме уйып яҙылған. Өлкән сержант Ф.Х. Харисов 1945 йылдың 24 мартында ғына СССР Юғары Советы Указына ярашлы I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Фәррух Харисовтың әсәһе Рәхимә әбей улын бик оҙаҡ көттө... 1970 йылда Бөйөк Еңеүҙең 25 йыллығын ҡаршылар алдынан "Совет Башҡортостаны" гәзитендә Литвала йәшәгән тарих уҡытыусыһы Петр Фроловтың "Исеме халыҡ телендә" тигән мәҡәләһе баҫылды. Шунан беҙ ауылдашыбыҙҙың батырҙарса һәләк булғанын белдек.
Ҡурҡыу белмәҫ яугирҙең исемен мәңгеләштереү маҡсатында район үҙәге Малаяҙҙағы һәм Арҡауылдағы урамдарға Фәррух Харисов исеме бирелде. Тыуған ауылында батыр хөрмәтенә обелиск ҡуйылды.