Яугир яҙмышын кем баһалар?13.07.2013
Шанлы афған һуғышы афәтен үҙ башынан кисергән яугир тураһында һүҙем. Ул — запастағы офицер Әлтәф ағай Сафаров.

Төркөстан хәрби округы даирәһендәге Кушка ҡалаһында уның менән минең иптәшемә хеҙмәт итергә тура килде. Уны 1981 йылда афған иленә күсерәләр. Хәләл ефете Әлфиә апай сит тарафта яңғыҙы йәшәп тора. Берҙән-бер көндө һуғыш барышында сафтан сыҡҡан танк, БМП, БТР-ҙарҙы тейәгән автоколоннаны Кушкаға оҙата килгәндә ғаиләһенә һуғыла. Уртаса буйлы, киң күкрәкле, йыуан беләкле был ағайҙы беренсе күреүем ине. Ваҡыт ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, яҡташтар йыйылып ултырҙыҡ.
"Афған иле — тау-таш иле, бейек үркәстәргә менеп, мамыҡ болоттар менән иҫәнләшеп йөрөйөм. Дошман тырнағына эләкмәҫ өсөн ҡаялар ышығына һыйынабыҙ, йәшен тиҙлеге менән тауҙан тауға күсәбеҙ", — тип һөйләне ул.
Һуғышсан командир Афғанстанда ике йыл буйына хисапһыҙ оҙон юлдар үтеп, үҙен оҫта, тәжрибәле һәм тәүәккәл яугир итеп таныта. Ҡайҙа ғына булмаһын, Балтик буйындамы, Монголияламы, йә иһә үҙебеҙҙең илебеҙҙәме — капитан Сафаров 25 йылға һуҙылған дауамлы хәрби хеҙмәтен яратып башҡара, намыҫ-выжданын саф килеш алып сыға. Ҡанлы һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн күп һанлы миҙалдар менән наградланған.
Үткән ғүмер — аҡҡан һыу тигәндәй, айырылышҡанға ла 29 йыл ваҡыт уҙып киткән. Беҙҙе осраштырған, йәшәп киткән ҡалабыҙ Кушка ла хәҙер бик йыраҡта, зәңгәр томандар артында ҡалды. Ят ерҙә миңә ярҙам ҡулы һуҙған, балабыҙҙы үҫтерешкән дуҫтарым Әлфиә апай менән Әлтәф ағайҙы гел юҡһынып, һағынып йәшәнем. Ниһайәт, мин уларҙы юллап таптым, Йәркәйҙә йәшәйҙәр икән. Көтөлмәгән осрашыу шатлығынан күҙҙәребеҙҙән йәш тамсылары тәгәрәне.
Өлкәнәйеп барған Әлтәф ағай, сәстәренә сал йүгерһә лә, йәш саҡтағы кеүек ныҡ баҫып, ғорур атлай әле. Яҙмыш уларға атай-әсәй булыу бәхетен татытманы. Әлфиә апай ғәзиз ире өсөн тотош йәм генә булып йәшәй, уны сабый кеүек тәрбиәләй. Әйткәндәй, мин барып инеү менән Әлтәф ағай көндәлек кейемен парад күлдәгенә алмаштырҙы. Ваҡ күренеш, тик шулай да күңелемде тулҡынландырҙы, миңә ҡалһа, быны ҡунаҡҡа хөрмәт билдәһе итеп ҡабул иттем. Унан хәрби тормош йәдкәре — кителен һәм шинелен күрһәтеүен үтендем. Ул һәммәһен оло мөхәббәт менән ҡәҙерләп һаҡлай.
Уҙаман 29 йыл элек булған дәһшәтле ваҡиғалар хаҡында, тоғро яуҙаш дуҫтарының ҡыйыулығы тураһында хәтирәләрен һүтте: "Был һуғышта ҡатнашыу беҙгә дан килтермәне, әммә ҡиммәткә төштө: емерелгән яҙмыштар, сәләмәтлеген юғалтҡан, сәскәләй ғүмерҙәрен ҡорбан иткән һалдаттар. Мин күрше рота прапорщигының үлемесле яраланыуына шаһит булдым. Аяғын дошман пуляһы селтәрләгән, янбаш һөйәге һалынып тора. "Мине үлтер, хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәйем", — ти. Уны госпиталгә тапшырҙым. Күп йылдар үткәс, Белоруссияның Борисово ҡасабаһында осраҡлы күрештек. Ул "Һин — минең ҡотҡарыусым!" тип илай-илай ҡосағыма ташланды. Ҡаты яраланған майор Юркасты бөтә зона аша, Гератты үтеп, машинала медсанчасҡа илткәйнем. Был хәл 1982 йылда булды. Үҙемә лә әжәл менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килде. Үлемдән фәрештәләр һәм әсәйемдең доғалары һаҡланы".
Бормалы-бормалы яугир юлдарын уҙып, көсөн, һәләтен, иҫәнлеген аямайынса, бар ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған ветерандың әлеге ваҡытта ҡыҫынҡы ғына бер бүлмәле фатирҙа йәшәүенә эсем бошто. Илебеҙ юлбашсылары, түрәләре әмерен үтәүсе офицерҙың баһаһы кәмегән һымаҡ тойҙом. Яуаплылыҡты үҙ елкәһенә алған хакимиәт ағзалары, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре торлаҡ тәғәйенләгәндә, бәлки, Сәфәровтарҙың балалары юҡлыҡҡа һылтанғандыр. Минеңсә, был мәсьәләлә ғәҙеллек боҙолған. Әлтәф ағай үҙен онотолған, кәмһетелгән итеп тоймаһын өсөн уның фиҙакәр хеҙмәте дөрөҫ баһаланыр тип уйлайым, сөнки ул оло хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ.


Вернуться назад