Көләмәстәр13.07.2013
Әтәс музыка мәктәбенә ғариза биргән.
– Һиңә ниңә инде тағы уҡырға? Һин бит былай ҙа матур ҡысҡыраһың, – тип ҡыҙыҡһынған һандуғас.
– Уныһын үҙем дә беләм, кешеләр ҙә оҡшата, – тигән әтәс. – Ләкин тауыҡтар диплом талап итә бит, диплом!
***
Ике әхирәт һөйләшә.
– Сиған ҡатынына, күрәҙәсегә барҙым. Мең һум түләнем. "Ирең хыянат итә", – тине.
– Аҡса әрәм итеп юҡҡа йөрөгәнһең. Мин уны бушлай ҙа әйтер инем.
***
– Ниңә беҙ отпускыны мотлаҡ ауылда, һинең атайың-әсәйең менән үткәрергә тейешбеҙ? – тип һорай йәш кәләш иренән.
– Ҡәҙерлем, выждан, бурыс кеүек төшөнсәләр хаҡында ла уйларға кәрәк бит!
— Ә улар хаҡында Ҡара диңгеҙ йәки Урта диңгеҙ ярында уйлап булмаймы ни?
***
Ҡатын табипҡа килә.
– Иремдең нервылары бөтөнләй ҡаҡшаны. Ялға ҡайҙа барһаҡ һәйбәтерәк: тауҙарғамы, әллә диңгеҙ буйынамы?
– Һеҙгә – диңгеҙгә, уға – тауға. Киреһенсә булһа ла ярай.
***
Ҡатынын ир диңгеҙ буйына ялға ебәрә. Ҡара янып, илһамланып, ял итеп ҡайтҡан бисәһе уны ҡосаҡлап ала ла:
– Мин барыбер һине генә яратам! – тигән була.