Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының өс йыл буйы ҡыҙыу төҙөлөш эштәре барған акушер-гинекология корпусы, ниһайәт, тәүге “ҡарлуғас”тарын осорҙо. Июль селләһендә донъяға килгән сабыйҙарҙың икәүһе бөгөн атайҙарының ныҡлы, ышаныслы ҡулдарының йылыһын, яҡындарының һөйөүен тойҙо.
Айгөл менән Артур Ғәзизовтарҙың бәхете баштан ашҡан. Тәүге ҡыҙҙары Камилә эргәһенә Лилиә исемле һеңлеһен алып ҡайтып, барыһын да һөйөндөрмәкселәр. Йәш ата-әсәнең икеһе лә медицина хеҙмәткәрҙәре. Ил ырыҫын, нәҫел-нәсәп ебен нығытыусы бындай ҙа оло ваҡиғанан олатай-өләсәйҙәр ситтә ҡала буламы? Хатта Благовещенда йәшәгән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары ла бөтә мәшәҡәттәрен ташлап килеп еткән.
Ә Лилиә менән Рөстәм Әхмәтгәревтәр көтөп алған тәүге сабыйҙарына Радмила исемен һайлаған. Йәш ғаиләләрҙең тауҙай шатлығын уртаҡлашырға теләүсе дауахана хеҙмәткәрҙәре, Хөкүмәт вәкилдәре, журналистар менән бала табыу йортоноң вестибюле шығырым тулды. Бәхетле ата-әсәләрҙе тәбрикләргә килгән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова йәштәргә Башҡортостан Президентының ҡотлауын һәм бүләктәр тапшырҙы.
— Сабыйҙарығыҙ иҫән-һау булһын, уларға тыныс күк көмбәҙе аҫтында үҫергә яҙһын! Һеҙҙең кеүек яуаплы йәш ғаиләләр артҡан һайын тормошобоҙ яҡтыраҡ, киләсәгебеҙ ышаныслыраҡ булыр, — тип сәләмләне Лилиә Салауат ҡыҙы.
Дауахананың баш табибы Ринат Нагаев, йәш атай-әсәйҙәрҙе тантана менән ҡотлап, һәр береһенә сәләмәтлек, уңыш теләне. Яңы корпусты төҙөүселәр буш ҡул менән килмәгән: йылы һүҙҙәр ҙә, сәскә гөлләмәләре лә, иҫтәлекле бүләктәр ҙә күп булды. “Беҙгә юлды онотмағыҙ, йәнә килегеҙ!” — тип оҙатты бәхетле ғаиләләрҙе акушерҙар.
Әсәләр үҙ сиратында һәләтле, һөнәрен ихлас башҡарған табиптарға юғары оҫталыҡтары өсөн оло рәхмәт белдерҙе. Майҙаны 16 300 квадрат метр тәшкил иткән, хаҡы 1,2 миллиард һумға төшкән корпустың өҫтөнлөклө яҡтарын үҙ күҙҙәре менән күргән һәм баһалаған әсәләрҙән дә ғәҙелерәк “арбитр”ҙың булыуы мөмкин түгел. Яңы корпуста сабыйҙарҙы һәм етлекмәй тыуған балаларҙы тәрбиәләүҙең икенсе этабын үҙ эсенә алған яңы бүлексәнең булдырылыуы — төп үҙенсәлектәрҙең береһе.
Хатта 500 грамға етмәй тыуған сабыйҙарҙы үҫтереү, ауырлыҡтарын нормаға еткереү бурысын да үтәйәсәк медицина хеҙмәткәрҙәре.
Бөгөнгә яңы корпуста яҡты донъяға килгән сабыйҙар һаны 29-ға етте. Барыһына ла яҡты юл, сәләмәтлек юлдаш булһын!