Һаҡ булығыҙ — тарантул!13.07.2013
Һаҡ булығыҙ — тарантул!Көндәр йылыныу менән Башҡортостан халҡы үрмәксенән зыян күрә башланы. Уның тешләүе ауырттырып ҡына ҡалмай, шешендерә лә.

БДУ профессоры Владимир Книс белдереүенсә, ул — көньяҡ урыҫ тарантулы. Үрмәксенең был төрө Урта Азияла һәм Рәсәйҙең көньяғында таралған. Сүл, дала, урман-дала буйында дымлы урынды, ер аҫты һыуҙары мул булған ерҙәрҙе үҙ итә. Ул Елец һәм Ҡазан киңлектәренә тиклем таралған, һыу буйындағы ҡом аша төньяҡҡа үтеп инә бара.
Үрмәксенең ҙурлығы 25-35 миллиметр, ҡуйы йөн менән ҡапланған, көрән-ерән һәм ҡайһы берҙәре ҡара төҫтә, ситтәре аҡһыл ҡабарынҡы йөнлө, аҫты ҡуңыр була. Уның һигеҙ күҙе бар. Башындағы ҡара бүрегенә ҡарап, уны башҡа үрмәксе-бүреләрҙән айырырға мөмкин. Ул үҙенең тирәһендә 20-30 сантиметр алыҫлыҡта хәрәкәт иткән бөжәкте тиҙ генә күреп ҡала.
Тарантул ағыулы. Яра тәрән булмаһа ла, ағыуы тирегә һирпелә. Тешләгән урынын мотлаҡ өтөргә кәрәк, был ағыу термик ысул менән тарҡала.


Вернуться назад