Сығышы менән Баймаҡ районының Ғүмәр ауылынан булған 93 йәшлек Фәхрислам Нурғәле улы әле Баймаҡта ҡыҙы Сәғиҙәнең ғаиләһендә йәшәй. Һуғыш юлдарында утты-һыуҙы кискән һалдат бөгөн бәхетлеме?
Фәхрислам олатай Үҙәнбаев 1919 йылда Ғүмәр ауылында донъяға килә. Бер йәшендә аталары Нурғәле үлеп китә. Дүрт бала менән тол ҡалған әсәләре Фатима инәйгә бик күп ауырлыҡ кисерергә тура килә. Бәләкәй сағынан сос, зирәк Фәхрислам заманына күрә һәйбәт белем ала. Динислам һәм Иғдислам ағаларынан төрлө эшкә өйрәнә, ир ҡорона етеүгә һөнәр оҫтаһы булараҡ дан ала.
1940 йылдың көҙөндә 20 йәшлек егет әрмегә алына. Ул хеҙмәт иткән часть Горький янында хәрби заводты һаҡлай. Сәләмәтлегенең ҡаҡшауы сәбәпле, 1941 йылда комиссия Фәхрислам Үҙәнбаевты тыуған яҡтарына ҡайтара. Егет Семен ауылында хеҙмәт юлын башлай.
Күп тә үтмәй, дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул илде һаҡлаусылар сафына баҫа. Һуғыш бөткәнсе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы 60-сы полкта минометсы була. Гвардия старшинаһына йырҙарҙа йырланған Висла, Одер, Дунай йылғаларын кисергә лә, Озерки – Лобановка, Чернигов ҡалаһы янындағы ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнашып, хәтәр юлдар үтергә лә тура килә.
— Висла аша сығыу беҙгә бик ҡиммәткә төштө. Разведчиктар хәрби задание һайын иптәштәрен юғалтып ҡайтты, — тип хәтерләй Фәхрислам Нурғәле улы. — Уларҙың ишкәк тауышын дошман ишетмәһен өсөн төн буйы пулеметтан атып сыға инек. 1945 йылдың ғинуарында Польша – Германия сиге аша үттек. Ҡапыл һөжүм иткән дошман самолетынан атҡан пулеметтан яраландым. Пуля аяғымдың һум итенә эләкте. Госпиталдән һауығып сыҡҡас, Польшаның Шмигель ҡалаһына комендант урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Март аҙаҡтарында йәнә фронтҡа ебәрҙеләр.
Әммә, яраһы асылып китеү сәбәпле, Фәхрислам олатай тағы ла госпиталгә эләгә. Еңеү көнөн шунда ҡаршылай. Өс тапҡыр яраланып, дошманды дөмөктөрөп, 1945 йылдың 22 декабрендә һалдат тыуған яғына ҡайтып төшә. 1946 йылда Саҙиҡа исемле һылыуға өйләнеп, биш ул һәм алты ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан биш йыл элек Саҙиҡа инәй вафат булған. Әле күҙҙәре бер аҙ насар күрһә лә, олатайҙың хәтере шәп, аңы теүәл. Балалары янында ҡәҙер-хөрмәттә, уларҙың изгелеген тойоп йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр.