Баҡсағыҙҙа колорадо ҡуңыҙы бармы, уға ҡаршы нисек көрәшәһегеҙ?13.07.2013
Баҡсағыҙҙа колорадо ҡуңыҙы бармы, уға ҡаршы нисек көрәшәһегеҙ?Юлиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА:
– Ысынлап та, картуф сәскә атҡас та, ҡоротҡостар мыжғыша башлай. Уларға ҡаршы төрлө ысул ҡулланабыҙ. Ағыу һибеп сыҡтыҡ, шул уҡ мәлдә үҙебеҙ ҙә ағыуланабыҙҙыр инде... Башҡаса сараһы юҡ, бөтә халыҡ шулай эшләй бит.

Әшрәф ҒИЗЗУЛЛИН:
— Колорадо ҡуңыҙы үҙәккә үтә инде, ҡасандыр ул беҙҙең яҡта булмағанда ҡайһылай рәхәт көн иткәнбеҙ икән (көлә). Әммә хәҙер барыбыҙ ҙа бер үк хәлдә, нисек беләбеҙ, шулай көрәшәбеҙ. Әлбиттә, ҡайһы саҡта ағыуларға ла тура килә. Ләкин башҡа ҡоротҡостар ҙа етерлек: бына алмағасымды ла ваҡ бөжәк баҫҡан, сәскәһен ҡойғас та, уға ла ағыу һиптермәйенсә булмай. Шулай итеп, ауылда көн итһәк тә, хәҙер экологик таҙа йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәбеҙ тип әйтеп булмай.

Ғәйсәрә МОРАТШИНА:
– Колорадо ҡуңыҙы, ҡара сиңерткә – хәҙер төрлө ҡоротҡос үрсегәндән-үрсей. Яңыраҡ ихатала ниндәйҙер ҡотто алырлыҡ ҙур бөжәктәр килеп сыҡты, аптырарһың. Элек ундайҙарҙың күренгәне булманы. Шулай уҡ йортҡа әллә ниндәй һикереүсе үрмәкселәр килеп тулды – бына ғәжәйеп хәл! Өйҙә бәләкәй балалар булғас, ҡурҡып ҡына торабыҙ, тәҙрә-ишеккә селтәр ҙә ҡороп бөттөк, әммә тегеләр әмәлен таба.

Сәлим ҒӘЛИМЙӘНОВ:
– Беҙҙә, Әбйәлилдә, ҡара сиңерткә шашына, бөтә үҫемлекте ҡырып, тәгәрәп килә лә ҡуя. Ысынлап та, афәт! Нисек көрәшергә лә белеп булмай...

Хәлит САФУАНОВ:
– Үҙем баҡсасы түгелмен, хатта картуф та ултыртмайым. Минеңсә, хәҙер михнәтләнеп һарай тулы мал тотоуҙың, йәшелсә, еләк-емеш үҫтереүҙең фәтүәһе юҡ. Көҙ арзан ғына хаҡҡа баҙарҙа барыһы ла тулып ята бит, еткәнсе алаһың да ҡыш рәхәтләнәһең. Шуға ла колорадо ҡуңыҙының миңә әллә ни зыяны юҡ, баҡсасылар өсөн генә эс боша...


Вернуться назад