Ҡапҡа алдында ҡапманы24.12.2011
Скетч
Күрешәләр:
Ҡарауылсы.
Ҡараҡ.
Директор.
Ҡараҡ (ҡарауылсының усына һуғып). Килештек, Ғәбделбөкө ағай: ҡапҡанан сығарған өсөн минән һиңә — бер “ярты”!
Машина ҡысҡырта.
Ҡарауылсы. Д-директор ҡ-ҡайтты!..
Ҡараҡ. Ҡ-ҡаптыҡ, былай булғас!..
Ҡарауылсы. Икебеҙ ҙә яндыҡ!.. Ә нишләп мин һинең өсөн янырға тейеш әле? Юҡ! Хәҙер барам да хужаға әйтәм: мин бур тоттом, йәғни һине ҡаптырҙым, тим.
Ҡараҡ. Зинһар, Ғәбделбөкө ағай, һатма! (Уның алдына теҙләнә). Ике балам хаҡына...
Ҡарауылсы. Ярай, тырышырмын. Бәхетең булһа — ҡотолорһоң, булмаһа — миңә үпкәләмә. Ана, хужа үҙе килә...
Директор инә.
Директор (асыулы). Йоҡлап ятаһыңмы әллә? Ниңә ҡапҡаны асмайһың?
Ҡарауылсы. Хәҙер асам, хөрмәтле директор әфәнде. Пропускығыҙҙы ҡарайым да...
Директор. Ниндәй пропуск?
Ҡарауылсы. Заводҡа үтеү өсөн.
Директор (йомшарып). Ә-ә... (Кеҫәләрен ҡапшай, әммә кәрәкле документты тапмай). Костюмды алыштырғайным, пропускты онотоп ҡалдырғанмын.
Ҡарауылсы. Ҡыҙғаныс, директор әфәнде, ләкин мин һеҙҙе заводҡа индерә алмайым. Тәртип шулай, үҙегеҙ беләһегеҙ.
Директор (ғәйепле төҫтә). Дөрөҫ, Ғәбделбөкө ағай, тәртип... Ләкин ярты сәғәттән мин бик мөһим ултырыш үткәрергә тейешмен. Зинһар, беренсе тапҡырға ғәфү итегеҙ.
Ҡарауылсы. Юҡ! Пропускыһыҙ проходнойҙан кеше түгел, сысҡан балаһын да үткәрмәйем мин! Ә һеҙ, директор әфәнде, мине хеҙмәт тәртибен боҙорға өгөтләгәнсе, өйөгөҙҙән ҡайтып пропускығыҙҙы алып килер инегеҙ. “Мерседес” менән ун минутлыҡ юл да баһа!
Директор (шаҡ ҡатып ҡарап торған ҡараҡҡа). Ә ниңә күҙеңде шаҡмаҡтай иттең? Ҡарауылсы хаҡлы. Шулай уяу булырға кәрәк! Маладис, Ғәбделбөкө ағай, гел шулай талапсан бул! (Сығып китә.)
Ҡарауылсы. Китте, шөкөр... (Ҡараҡҡа). Ысҡын тиҙерәк! Һеҙ бурҙарға бәйләнеп, бәләгә лә тарырһың! Ҡара уны, көпә-көндөҙ бер йөк кирбес сәлдерергә уйлаған бит! Ярай, директорға эләкмәнең! Күрһәтер ине ул һиңә урлашыуҙың нимә икәнен! Бәхетең... Бар, бар, күҙемә күренмә!


Вернуться назад