Күсейҙәр ҙә көлә белә19.11.2011
Баймаҡ районының Күсей ауылында элек-электән йор һүҙле, сәсән телле халыҡ йәшәгән. Бер-береһенең әйткән һүҙҙәрен шунда уҡ мәрәкәләп, лаҡапҡа әйләндереп ебәрер булғандар. Бөгөн гәзит уҡыусыларға шуларҙың бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ.

Малдар ҡурай уйнай


Элек байҙар ҡунаҡҡа барһа, оҙатып йөрөүселәре булған. Мортазин бай Бирғәле сәсәнде ауылдан ауылға алып йөрөргә күнеккән. Бирғәле ҡурай уйнаған, ә был ҡунаҡ булған. Шулай бер йәй үтеп киткән. Бирғәле малына бесән әҙерләй алмаған.
Ҡыш еткән. Ни эшләргә? Күп уйлап тормай, Бирғәле ҡурайын алған да теге бай йәшәгән ауылға киткән. Ауыл осона етеп, ҡурай уйнай башлаған. Байҙың кешеләре килеп өйгә саҡырып ҡарай, әммә Бирғәле бармай, ти. Ниңә килеүен һораусыларға сәсән: “Йәйен мин байығыҙҙы ҡурай уйнап ауылдарға йөрөттөм, ә хәҙер ҡурамдағы малдар ҡурай уйнай”, — тигән. Бай, сәсәндең уйын һиҙеп, Күсейгә ылау менән бесән ебәрткән.

Үлер ине


Егеттәр эсеп ҡыҙып алғас, һуғышып киткән. Береһе Хажиәхмәттең башына балта менән тондорған. Ауыртҡан ерен тотоп ҡайтып ингәс, әсәһе: “Уй, балаҡайымдың башына алай ҙа балтаның төйҙәһе менән һуҡҡандар, йөҙө менән булһа үлер ҙә ҡуйыр ине”, — тип үҙен тынысландырып ҡуйған, ти.
Миҙхәт БАЙРАМҒОЛОВ яҙып алды.


Вернуться назад