Көлөү – иң яҡшы дауалау һәм ауырыуҙарҙан һаҡланыу сараларының береһе. Йыш көлөүсән, алсаҡ күңелле кешеләрҙең иммун системаһында төрлө вирустарға ҡаршы тороусы матдә бүленеп сыға.
Йәнә:
* 10 минут көлөү ҡан баҫымын 10 – 20 бүлемгә төшөрә.
* Көн һайын 15 минут көлөү йылына 2 килограмм ауырлыҡты кәметергә ярҙам итә.
* Көләкәстәрҙә тын юлдарының һауа үткәреүсәнлеге 3 тапҡырға еңелерәк.
* 1 минут көлөү матдәләр алмашыныуын 20 процентҡа яҡшырта.
* 4 минут көлөү эшкә һәләтлелекте 10 процентҡа арттыра.
* Көлгән саҡта организмдағы 80 мускул хәрәкәткә килә.
* Көлөү йоҡоға яҡшы тәьҫир итә.
* Юморҙы аңлау һәм урынлы көлөү – мейенең интеллектуаль үҫешен күрһәтә, уны үҫтерергә ярҙам итә.