Яҙылмаған ҡағиҙәләр барЙылға-күлдәрҙә һыу инеү – йәйҙең иң матур бүләктәренең береһе. Был мәлдә кәйеф күтәрелә, йәшәүгә көс-дәрт өҫтәлә кеүек. Уның сәләмәтлегебеҙгә лә ыңғай йоғонтоһо байтаҡ: мускулдар, арҡа һөйәге нығына, организм сыныға. Диңгеҙ, күл йә йылға һыуы булһынмы – бөтәһе лә берҙәй файҙалы. Әммә шул уҡ мәлдә хәүефһеҙлек саралары тураһында ла оноторға ярамай.
Һыу инеүҙең яҙылмаған ҡағиҙәләре бар. Шуны иҫтә тотмағанда, бәләгә тарыуығыҙ, сәләмәтлегегеҙҙе нығытыу урынына, киреһенсә, уға зыян килтереүегеҙ ихтимал.
Мәҫәлән, һыу инер алдынан күп итеп ашау тыйыла. Үҙегеҙҙе һәйбәт тойғоғоҙ килһә, һыу инергә бер сәғәт ҡалғас һәм һыуҙан сыҡҡандан һуң бер сәғәт үткәс кенә төплө итеп туҡланырға рөхсәт ителә.
Шәхси гигиена тураһында ла онотмағыҙ. Пляжда тәнегеҙҙе яҡшы итеп ҡоротоғоҙ. Өйгә ҡайтҡас, танау, ҡолаҡтарығыҙҙы йыуырға, ауыҙығыҙҙы сайҡатырға онотмағыҙ. Душта ҡойоноп сығыу ҙа ҡамасауламаҫ. Тәнегеҙгә файҙалы крем һөртөгөҙ.
Йомшаҡ һыуҙа артыҡ күп иркәләнеп, һыуыҡ алдырып ҡуймағыҙ. Мәҫәлән, диңгеҙ һыуы тәнде бик тиҙ өшөтә. Шуға ла көтмәгәндә һалҡын үткәреүегеҙ бар, бигерәк тә тын алыу юлдарына ҡурҡыныс янай. Өшөһәң, цистит та оҙаҡ көттөрмәйәсәк. Шуға ла һыуҙа күберәк хәрәкәт итергә тырышығыҙ. Йөҙөп ялҡһағыҙ, яҡындарығыҙ менән уйнағыҙ, шаярығыҙ. Тәнегеҙҙең саҡ ҡына өшөүен тойомлау менән һыуҙан сығыу йүнен күрегеҙ. Шунда уҡ таҫтамалға һөртөнөгөҙ һәм ҡоро кейем кейегеҙ.
Һыуҙа тағы бер хәүеф бар: көтмәгәндә тәнегеҙҙе көҙән йыйырыуы ихтимал. Бер тапҡыр ғына булһа ла ошондай хәлгә тарыһағыҙ, һыу ингәндә тәрән
урынға барыуҙан тыйылығыҙ. Һәр кемгә плавкийына булавка эләктереп йөрөү кәңәш ителә. Мәҫәлән, һыуҙа аяғығыҙ тартышһа, шул урынға булавка менән бер нисә тапҡыр сәнсегеҙ, хәлегеҙ еңеләйәсәк.
Күлдәрҙә һәм быуаларҙа беҙҙе инфекциялы сирҙәр ҙә һағалауы бар. Шуға күрә бындай урындарҙа һыу ингәндә икеләтә һаҡ булыу кәңәш ителә.
Һеҙ һыу инергә яратҡан урынды ҡоштар үҙ иткәнме? Ул саҡта башҡа һыу ятҡылығын һайлау яҡшыраҡ. Бындай һыуҙа эсәк таяҡсалары һәм гелминттар һағалай. Яңылыш ҡына һыу йотһағыҙ ҙа, һуңынан ашҡаҙан-эсәк ауырыуынан йығылыуығыҙ, аллергияға дусар булыуығыҙ бар. Ҡоштар күпләп йөҙгән урында гельминттар ҙа була. Улар – церкарийҙар, кеше организмына тире аша үтеп инеү һәләтенә эйә. Был паразиттарҙың шулай уҡ ярҙағы үләндәрҙә лә булыуы ихтимал. Бындай урында 10-15 минут һыу инеп, йә яр буйынан ялан аяҡ үтеп тә уларҙы йоҡтороуығыҙ ихтимал. Ул мәлдә тәнегеҙҙә ҡысытҡан һәм ҡыҙарып торған урын барлыҡҡа киләсәк. Тәүҙә сода ҡушылған һыу менән сайҡап йә мазь һөртөп ҡарағыҙ, әгәр тәүлек дауамында үҙгәреш булмаһа, ярҙам һорап табипҡа мөрәжәғәт итеүегеҙ хәйерлерәк. Церкариозды баш әйләнеүе, ҡоро йүткереү, тән температураһының күтәрелеүенән һиҙемләргә була. Сир һеҙҙе айҙан ашыу ваҡытҡа һыу инеү ләззәтенән мәхрүм итеүе бар.
Шулай уҡ һыу ингәндә һаҡһыҙлыҡтан төрлө тән йәрәхәттәре алыусылар ҙа байтаҡ. Таныш булмаған урында һыу инергә йыйындығыҙ икән, аяҡ аҫтығыҙға
иғтибарлыраҡ булығыҙ. Хәҙер йылға-күл төптәрендә ярылған шешә һәм быяла һауыттар, тимер-томор тулып ята. Шулай уҡ осло таштар ҙа булыуы ихтимал. Был урын тураһында башҡаларҙан да һорашырға онотмағыҙ.
Ғөмүмән, һәр кемдән иғтибарлылыҡ талап ителә. Спиртлы эсемлек эскән килеш һыуға яҡын бара күрмәгеҙ – эҫе йәй йылға-күлдәрҙәге байтаҡ фажиғә тап ошо сәбәпле теркәлә. Бәләкәй балағыҙ янығыҙҙа икән, унан бер минутҡа ла күҙ яҙлыҡтырмағыҙ – сабыйҙың һеҙ аңғармағанда һыуға ҡолап сәсәүе ихтимал.
Ҡайһы саҡта һыу буйында ғәҙәттән тыш хәлдәр ҙә була. Мәҫәлән, кемдер һыуға бата башлаһа, иң тәүҙә тиҙ генә ҡотҡарыусыларға, яҡшы йөҙә белеүселәргә хәбәр итегеҙ. Батып барыусыны ҡотҡарғанда, уға ныҡ яҡынларға ярамай, юҡһа, ҡото осоп, ул ҡотҡарыусыны ла һыу төбөнә һөйрәйәсәк. Уны кейеменән, сәсенән тотоп тартырға кәрәк, ҡул бирергә ярамай.
Шулай, һыу инеү – күңел асыу ғына түгел, ә һәр беребеҙҙән яуаплылыҡ та талап итә. Әммә сәләмәтлегебеҙгә уның файҙаһы бихисап: һыу тән тиреһе аша үтеп, нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай, ҡан әйләнешен, организмда матдәләр алмашыныу процесын яҡшырта. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, рәхәтләнеп һыу инегеҙ, сәләмәтлегегеҙҙе яҡшыртығыҙ, тик хәүефһеҙлек саралары тураһында ғына онота күрмәгеҙ!