Ҡояшта ҡыҙыныу кемгә генә оҡшамай! Ҡайһы берәүҙәр, йәй еттеме, махсус рәүештә пляж юлын тапай башлай: сәғәттәр буйы ҡояш нурҙары аҫтында иркәләнә. Әммә бының да үҙ тәртибе бар.
Табиптар ҡояшта иртәнге сәғәт 11-гә тиклем һәм көндөҙгө сәғәт 4-тән һуң ҡыҙынырға тәҡдим итә. Ә тыйылған мәлдә ҡояш нурҙары үтә лә хәүефле – уларҙың тәьҫиренән тирегеҙҙең быжыуы бар, тәнегеҙ тигеҙ янмаясаҡ, шулай уҡ эҫе алыуығыҙ ихтимал. Шуға ла был ваҡыт ҡыҙыныу өсөн һис тә яйлы түгел.
Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҡояшта тигеҙ һәм матур итеп янырға ярҙам итәсәк.
1. Ҡояш нурҙары аҫтына ятырға йыйынһағыҙ, һаҡланыу сараларын унан 15 – 20 минутҡа алдан һөртөргә кәрәк.
2. Киң эшләпә йөҙөгөҙҙө һаҡлаһа, күҙлек һеҙҙе йыйырсыҡтарҙан аралаясаҡ.
3. Ҡабатлап иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: көндөҙгө сәғәт 11 менән 4 араһында ҡыҙыныуҙан тыйылығыҙ, был мәлдә ҡояш нурҙары үтә лә хәүефле.
4. Һыуҙа оҙаҡ булырға йыйынһағыҙ, ҡояштан һаҡланыу сараларын ҡулланырға онотмағыҙ. Ҡояш нурҙары һыу аҫтына ла үтеп инә.
5. Үҙегеҙ менән эсәр һыу алырға онотмағыҙ. Эҫелә ул организмға мотлаҡ кәрәк.
6. Ҡыҙыныр алдынан һабын менән йыуыныуҙан, составында спирт булған лосьон менән битегеҙҙе таҙартыуҙан тыйылығыҙ. Улар тәнегеҙҙең тигеҙ яныуына ҡамасаулай.
7. Тирегә баҫҡанда аҡ эҙ ҡала икән, ҡыҙыныуҙы туҡтатырға ваҡыт. Ҡояш аҫтында артыҡ ятыу зарарлы икәнен онотмағыҙ.