Гел дарыу ҙа дарыу буламы?12.07.2013
Гел дарыу ҙа дарыу буламы?“Баламдың “башым ауырта” тип әйтеүе була, ҡатыным уға шунда уҡ таблетка ҡаптыра. Мин ҡаршы, сөнки ҡайһы саҡта бер аҙ түҙергә мөмкин, ауыртыу үҙе баҫыла, тип уйлайым. Кем хаҡлы?”

Балалар неврологы, медицина фәндәре докторы Павел Соколов яуап бирә:
– Бала баш ауыртыуына түҙергә тейеш түгел. Бындай осраҡ йышайған һайын тойоу сиге кәмей һәм ауыртыу үҙен нығыраҡ һиҙҙертә. Хроник баш сире иһә холоҡ үҙгәреүгә, депрессия һыҙаттарының көсәйеүенә, дәрт-дармандың кәмеүенә килтерә, тимәк, кеше уңышһыҙлыҡҡа дусар була.
Әйткәндәй, балаларҙың 1,4 проценты баш өйәнәгенән яфалана. Көсөргәнештән тыуған баш ауыртыуына иһә бәләкәй класта уҡығандар айырыуса дусар.
Дарыу, әлбиттә, ауыртыуҙы баҫа, әммә сирҙе дауаламай. Таблеткаларҙы күберәк йотҡан һайын, киреһенсә, ауыртыу йышая һәм ҡыйыныраҡ кисерелә. Осраҡтар арта икән, тиҙ арала неврологка мөрәжәғәт итегеҙ.
Баш ауыртыуының етди сир билдәһе булыуы ла ихтимал. Шуға күрә:
3 әгәр бала башын ауыртыуҙан артҡа ташлаһа;
3 сирләгән саҡта киҫкен баш ауыртыуы барлыҡҡа килһә;
3 баштың торошон үҙгәрткән саҡта ауыртыу кәмеһә;
3 ауыртыу иртән үк һиҙҙертһә һәм бала уҡшыһа;
3 баланың башы әйләнһә, үҙ-үҙен тотошо үҙгәрһә, хәрәкәт координацияһы боҙолһа, күреү, ишетеү һәләте түбәнәйһә;
3 физик көсөргәнеш артҡанда башы ауыртһа;
3 бала бындай ауыртыуға быға тиклем һис зарланмаған булһа,
ТИҘ АРАЛА ТАБИПҠА
МӨРӘЖӘҒӘТ ИТЕГЕҘ!


Вернуться назад