Аҡса күсермәгән12.07.2013
“Мин эшләгән ойошма йыл ярым инде Пенсия фондына страховка иғәнәһен күсермәй. Был хаҡта осраҡлы ғына белеп ҡалдым. Нимә эшләргә икән?

К. СӘЛИХОВ.
Бөрйән районы”.
Һалым түләмәү, шул иҫәптән хеҙмәткәрҙең шәхси пенсияһы иҫәбенә страховка иғәнәһен дә күсермәү һалым тураһындағы законды боҙоу була. Һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр эш хаҡын түләү 15 көндән ашыу тотҡарланһа, хеҙмәткәр, етәкселәрен яҙма рәүештә иҫкәртеп, эшләүен туҡтата ала.


Вернуться назад