Мине эштән бушата алалармы?12.07.2013
“Бала ҡарау буйынса отпуск алғас, эш урынындағы вазифамды ҡыҫҡартыу тураһында белдереү ебәрҙеләр. Миңә статусы буйынса түбәнерәк, эш хаҡы ла аҙыраҡ булған икенсе вазифа тәҡдим итәләр. Әгәр быға ризалашмаһам, декреттан сыҡҡас, мине эштән бушата алалармы?
А. Бикбулатова.
Өфө ҡалаһы”.
Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, эш биреүсегә өс йәшкә тиклемге балаһы булған ҡатындар менән хеҙмәт килешеүен тарҡатырға рөхсәт ителмәй. Ләкин закон менән билдәләнгән башҡа гарантиялар булмаһа, отпускынан сыҡҡас йәки балағыҙға өс йәш тулғас та, һеҙҙе дөйөм нигеҙҙәр буйынса эштән бушатыу мөмкинлеге бар. Штаттың ҡыҫҡарыуы сәбәпле, хеҙмәткәр тәҡдим ителгән башҡа вазифаға күсергә ризалашмаһа, эш биреүсе уны ойошманан ебәрергә хоҡуҡлы. Был осраҡта етәксе уның эштә ҡалдырылыу йәһәтенән өҫтөнлөктәрен иҫәпкә алырға һәм вазифаһынан бушатылыуы тураһында ике ай алдан хәбәр итергә тейеш.