Ҡош тиҙәген нисек ҡулланырға?12.07.2013
Ҡош тиҙәге тиҙ тәьҫир итә торған ашлама һанала, сөнки ундағы туҡлыҡлы матдәләрҙе үҫемлек тиҙ үҙләштерә. Тауыҡ тиҙәгендә туҡлыҡлы матдәләр ҡаҙҙыҡына һәм өйрәктекенә ҡарағанда күберәк.
1,5 – 2 ай эсендә ҡош тиҙәгендәге азот 30 – 60 процентҡа кәмей, шунлыҡтан уны торф балсығына ҡатнаштырып йәки ябыҡ полиэтилен тоҡта, ҡумтала, мискәлә һаҡларға кәрәк.
Ҡоро тиҙәктә азот, фосфор һәм калий ике мәртәбә күберәк була. Ҡулланыр алдынан уны яҡшылап ваҡлайҙар, ергә тигеҙ итеп һибеп, шунда уҡ тупраҡ менән ҡатнаштырып ҡаҙалар.